Новости
7 Ноября 2022, 10:06

Ҡоторған хайуан тешләгән остаҡта нимә эшләргә?

Ҡотороу - нервы системаһын зарарлаусы һәм үлемгә килтереүсе киҫкен вируслы йоғошло ауырыу. Сирле хайуандың һеләгәйендәге вирус сир тыуҙырыусы булып тора.

Ҡоторған хайуан тешләгән остаҡта нимә эшләргә?Ҡоторған хайуан тешләгән остаҡта нимә эшләргә?
Ҡоторған хайуан тешләгән остаҡта нимә эшләргә?

Ҡотороу. Ниндәй хайуандар инфекция сығанағы булырға мөмкин һәм, улар тешләһә, нимә эшләргә?

Ҡотороу - нервы системаһын зарарлаусы һәм үлемгә килтереүсе киҫкен вируслы йоғошло ауырыу. Сирле хайуандың һеләгәйендәге вирус сир тыуҙырыусы булып тора.

- Рәсәйҙә ниндәй хайуандарҙың инфекция сығанағы булыуы ихтимал?

Йышыраҡ - эт һәм бесәйҙәр, ә ҡырағай хайуандарҙан төлкө, терпе, ярғанат, бурһыҡ һәм бүреләр инфекция йөрөтөүе мөмкин. Һирәгерәк ул сирле һыйырҙар, һарыҡтар, аттар, кимереүселәр менән контакт һөҙөмтәһендә йоға.

- Был сирҙе йоҡтороу юлдары ниндәй?

Кешегә вирус сирле хайуандың тешләүе, тырнаҡ эҙе йәки күҙ, ауыҙ һәм танау ҡыуышлығының лайлалы тиресәһенә уның төкөрөгө эләгеүе һөҙөмтәһендә йоға.

- Хайуан тешләгән осраҡта нимә эшләргә кәрәк?

  Тешләнгән урынды эшкәртегеҙ - һабынлап һыу ағымы менән ныҡлап йыуығыҙ.

  Яра булһа, 5 процентлы йод менән яраның тирә-яғын эшкәртегеҙ.

  Стерилләнгән бәй һалығыҙ.

  Кисекмәҫтән табипҡа мөрәжәғәт итегеҙ - ҡотороу сиренә ҡаршы ваҡытында һалынған вакцина кешене ауырыуҙан ҡотҡара. Әлеге ваҡытта ҡотороу сиренән дарыу юҡ.

Был мөһим: ҡырағай һәм ҡарауһыҙ хайуандар менән аралашыуҙан тыйылығыҙ. Һәм ошондай хайуандарҙың булыуы мөмкин урындарҙа балаларҙы ҡарауһыҙ ҡалдырмағыҙ. Таныш булмаған хайуандарҙы һыйпарға, ашатырға, үҙеңә яҡын килтерергә ярамағанлығын, уларҙың сирле булыуы ихтимал икәнен аңлатығыҙ.

Тулыраҡ - "Роспотребнадзор" сайтында:
https://vk.cc/cikvmH

Үҙегеҙҙе һәм яҡындарығыҙҙы һаҡлағыҙ, сәләмәт булығыҙ!

#Аңлатабыҙ_Башҡортостан

Автор:Альфия Сагитова
Читайте нас