Бөтә яңылыҡтар
Новости
13 Ноябрь 2022, 16:31

Бөгөн Башҡортостанда 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы көнөн билдәләйҙәр

112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы — 1941 йылдың декабрендәге И. В. Сталин бойороғо буйынса ойошторолған дивизия. Дивизия командиры итеп 42 йәшлек тәжрибәле кадровый офицер полковник Миңлеғәле Шайморатов тәғәйенләнә.

Бөгөн  Башҡортостанда 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы көнөн билдәләйҙәр
Бөгөн Башҡортостанда 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы көнөн билдәләйҙәр

Дивизия төҙөлөп бөткәндә уның составындағы яугирҙарҙың 81,4 проценты — башҡорттар, 14,5 проценты — татарҙар, 3,3 проценты урыҫтар һәм башҡа милләт вәкилдәре була.

1941 йылдың 25 декабрендә полковник Миңлеғәле Шайморатов дивизия командиры вазифаһын үтәй башлай. Артабан 1942 йылдың ғинуарына тиклемге ваҡыт эсендә полктарҙың фронттан һәм башҡа хәрби округтарҙан саҡыртылған даими командирҙары — майор Таһир Күсимов, майор Гәрәй Нафиҡов, майор Ғариф Макаев дивизия ҡарамағына килә.

1942 йылдың апреленән 1943 йылдың февраленә ҡәҙәр дивизияның башҡорт телендә үҙ баҫмаһы — «Ҡыҙыл атлылар» гәзите сыға.

1942 йылдың 22 мартында БАССР-ҙың Юғары Советы Президиумы рәйесе Рәхим Ибраһимов дивизияға БАССР Юғары Советы Президиумы һәм Халыҡ Комиссарҙары Советының байрағын тапшыра.

Сығанаҡ: "Йәшлек" гәзите

Автор:Альфия Сагитова
Читайте нас: