Новости
14 Ноября 2022, 06:23

“Еңеү” өҫтәл уйыны - тарих дәреслеге

Октябрьский ҡалаһының М. Хәйретдинов исемендәге үҙәк ҡала китапханаһы фондында “Еңеү” өҫтәл уйыны барлыҡҡа килде. Уның маҡсаты - йәш быуынды Бөйөк Ватан һуғышы ваҡиғалары менән таныштырыу, патриотизм, тыуған ил өсөн ғорурлыҡ тойғолары тәрбиәләү.

“Еңеү” өҫтәл уйыны - тарих дәреслеге“Еңеү” өҫтәл уйыны - тарих дәреслеге
“Еңеү” өҫтәл уйыны - тарих дәреслеге

“Киләсәктә төрлө йүнәлештәге уйындарҙан уйынхана ойошторорға уйлайбыҙ. Унда төрлө йәштәге кешеләргә ҡыҙыҡлы булған 30-ҙан ашыу уйын тупларға ниәтләйбеҙ. “Еңеү” – әлеге проекттың “тәүге ҡарлуғасы”, – ти Үҙәкләштерелгән китапхана системаһы директоры Елена Гришкова.

“Еңеү” өҫтәл уйынын Президент гранттары фонды ярҙамында “Быуындар хәтере” хәйриә фонды булдырған.

Мауыҡтырғыс уйынға тәүгеләрҙән булып  13-сө мәктәп уҡыусылары килде. Улар китапханала ойошторолған “1941 йылдың 7 ноябрендә үткән легендар парад” тарихи сәғәтендә ҡатнашты, тип хәбәр итә Октябрьский ҡалаһы хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлеге.

Фото – Октябрьский ҡалаһы хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлеге.

“Еңеү” өҫтәл уйыны - тарих дәреслеге
“Еңеү” өҫтәл уйыны - тарих дәреслеге
“Еңеү” өҫтәл уйыны - тарих дәреслеге
Автор:Альфия Сагитова
Читайте нас