Мәүлиев әйтеүенсә, Өфө – миллионлы ҡала, балалар һаны ла ныҡ күп. Бынан тыш, республиканың баш ҡалаһына байтаҡ ҡунаҡтар килә. Барыһының да Ҡыш бабайҙан бүләктәр алыу теләге ҙур.
«Һис шикһеҙ, балалар өсөн был күңелле байрам буласаҡ. Бөгөн иһә беҙ уның урынын билдәләйбеҙ. Минең үҙемә Ағиҙел яры буйы оҡшай, сөнки унда һырғалаҡ та бар, Ҡыш бабай резиденцияһын да шунда асһаҡ, яҡшы булыр ине», – тип иҫәпләй баш ҡала мэры.
Резиденция 25 декабрҙән 14 ғинуарға тиклем эшләр, тип көтөлә.
Бынан тыш, Башҡортостандың баш ҡалаһына ысын Ҡыш бабайҙы килтерергә теләйҙәр. Әлегә Бөйөк Устюг менән һөйләшеүҙәр алып барыла, тип өҫтәне муниципалитет башлығы.
Сығанаҡ: “Башинформ”.