Бөтә яңылыҡтар
Новости
19 Ноябрь 2022, 07:57

Талбазы башҡорт гимназияһына күренекле шағир Рәшит Назаров исемен биреү тантанаһы үтте

18 ноябрҙә Ауырғазы районының Талбазы башҡорт гимназияһына С. Юлаев исемендәге дәүләт, Ғ. Ибраһимов исемендәге район премиялары лауреаты, күренекле шағир Рәшит Назаров исемен биреү тантанаһы үтте.

Талбазы башҡорт гимназияһына  күренекле шағир Рәшит Назаров исемен биреү тантанаһы үтте
Талбазы башҡорт гимназияһына күренекле шағир Рәшит Назаров исемен биреү тантанаһы үтте

Осрашыуҙа мәртәбәле ҡунаҡтар: Ауырғазы районы хакимиәте башлығы А.Н. Шәһәретдинов, Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай рәйесе урынбаҫары Р.Р. Ишмөхәмәтов, Башҡортостан Яҙыусылар союзы рәйесе, Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай депутаты З.А. Әлибаев, "Башҡортостан уҡытыусыһы" журналының баш мөхәррире С.Ғ. Кәримов, М. Аҡмулла исемендәге БДПУ-ның башҡорт филологияһы факультеты деканы Л.М. Хөсәйенова, башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү фонды етәксеһе Г.Р. Йосопова, "Аҡбуҙат " журналының баш мөхәррире Л.Х. Абдуллина, журналдың яуаплы секретары М.М. Тайсина, Ауырғазы районының почетлы гражданины М.Х. Вәлитов, шағирҙың туғаны З.Х. Назарова ҡатнашты.
Байрам концерт номерҙары менән үрелеп барҙы. Район мәҙәниәт һарайының "Шатлыҡ" бейеүселәр ансамбле, "Дуҫлыҡ" ҡурайсылар ансамбле, гимназия уҡыусылары һәм уҡытыусылары, мәҙәниәт һарайы хеҙмәткәрҙәре байрамға йәм һәм рух өҫтәне.
Район етәксеһе А.Н. Шәһәретдинов гимназияның бер төркөм уҡытыусыларына рәхмәт хаттары тапшырҙы.
Р. Назаров исемендәге Талбазы башҡорт гимназияһының 5-се класс уҡыусыларын "шайморатовсылар" сафына алыу тантанаһы бөгөнгө осрашыуҙың матур биҙәге булды.

Автор:Салават Каримов
Читайте нас: