Бөтә яңылыҡтар
Новости
21 Ноябрь , 13:01

Балалар пособиеларын арттырасаҡтар

Федерация Советы бала тыуыуға һәм уны тәрбиәләүгә бәйле берҙәм пособие түләү тураһындағы законды хупланы.

Балалар пособиеларын арттырасаҡтар
Балалар пособиеларын арттырасаҡтар

Һүҙ бала тыуыуға һәм уны тәрбиәләүгә бәйле пособиеларҙы 17 йәшкә тиклем берләштергән берҙәм түләү билдәләү хаҡында бара.

Закон нормаһы 2023 йылдың 1 ғинуарынан үҙ көсөнә инер тип көтөлә.

Пособие күләме аныҡ ғаиләнең килем кимәленә ҡарап, төбәк йәшәү минимумынан 50, 75 йәки 100 процент тәшкил итәсәк. 2023 йылда илдә уртаса сумма - ете мең һум (база күләме), 10,5 мең һум һәм 14 мең һум тәшкил итергә тейеш.

Ғаиләлә 17 йәшкә тиклемге бер нисә бала булған осраҡта пособие һәр балаға тәғәйенләнә.

Был пособиены кем, ниндәй күләмдә һәм ниндәй шарттарҙа алырға мөмкин? Аҡсаны иртә иҫәпкә торған йөклө ҡатын-ҡыҙҙарға һәм 17 йәшкәсә балаһы булған граждандарға уртаса килеме бер төбәк йәшәү минимумынан кәмерәк булһа - түләнәсәк.

2023 йылдың 1 ғинуарынан ғаилә Дәүләт хеҙмәттәре, Социаль фондта йәки күп функциялы үҙәктәр аша универсаль пособиеға ғариза бирергә була.

Автор:Альфия Сагитова
Читайте нас в