Бөтә яңылыҡтар
Новости
21 Ноябрь 2022, 20:49

Иғтибар, "Цербер" килә!

Рәсәйҙә коронавирустың яңы штамын — «цербер»ҙы йоҡтороу осраҡтары теркәлгән.

Иғтибар, "Цербер" килә!
Иғтибар, "Цербер" килә!

Роспотребнадзор хәбәр итеүенсә, Рәсәйҙә коронавирустың ике яңы варианты  — «цербер» штамы асыҡланған. Ул ныҡ йоғошло булыуы менән айырылып тора.

«Рәсәйҙә вирустың яңы варианттары BQ. 1 һәм BQ. 1.1 («цербер») осраҡтары теркәлгән. Улар ковидтың башҡа варианттарына ҡарағанда йоғошлораҡ», — тип билдәләнеләр федераль ведомствола.

Роспотребнадзор мәғлүмәттәре буйынса, Рәсәйҙә тағы ла эпидемиологик процесс әүҙемләшә. Илдең 20 төбәгендә, шул иҫәптән Мәскәүҙә (+30,9%) һәм Мәскәү өлкәһендә (+4,3%) коронавирус йоҡтороусылар күбәйә. Ковид менән сирләүселәр араһында дауахананан тыш пневмония осраҡтары һуңғы айҙа 1,9 проценттан 2,9 процентҡа тиклем артҡан, һаҡ булығыҙ, дуҫтар!

фото: ИА "Башинформ"

Автор:Альфия Сагитова
Читайте нас: