Бөтә яңылыҡтар
Новости
22 Ноябрь 2022, 14:04

Бөрйәндә “Урал батыр ере” асыҡ Интернет-конкурсының йомғаҡлау семинары үтте

 17  ноябрь көнө  “Шүлгән-таш мәмерйәһе” тарихи-мәҙәни музей комплексының Бөрйән районы мәғариф бүлеге менән берлектә ойошторған  “Урал батыр ере” асыҡ Интернет-конкурсының    йомғаҡлау семинары үтте.

Бөрйәндә “Урал батыр ере” асыҡ Интернет-конкурсының йомғаҡлау семинары үтте
Бөрйәндә “Урал батыр ере” асыҡ Интернет-конкурсының йомғаҡлау семинары үтте

Сараның маҡсаты – Бөрйән районы биләмәһендәге мәҙәни мираҫ объекттарын өйрәнеүҙе һәм һәм уларҙы популярлаштырыу, тарихи-мәҙәни һәйкәлдәрҙе донъяға танытыу ине. 21 уҡыусы,  4 педагог,  мәктәптә ойошторолған түңәрәк ағзалары тарафынан тәҡдим ителгән   2 коллектив проект эше ҡатнашлығындағы сара Морат туғайында урынлашҡан “Шүлгән-таш мәмерйәһе” тарихи-мәҙәни музей комплексы базаһында, түңәрәк өҫтәл янында әңгәмә  рәүешендә уҙҙы.

Семинарҙа ҡатнашыусы уҡыусыларҙы һәм уҡытыусыларҙы “Шүлгән-таш мәмерйәһе” тарихи-мәҙәни музей-комплексы директоры   Ф.Ә. Маликов, Бөрйән районы мәғариф бүлеге начальнигы И.Ғ. Сәйфитдинов, район мәғариф бүлегенең методика кабинеты мөдире И.З. Ырыҫбаевалар  тәбрикләне. Финалистар баһалама ағзалары, аудитория  алдында презентациялар менән лайыҡлы сығыш яһанылар. Мәртәбәле конкурста еңеү яулаған финалистарҙы һәм ҡатнашыусыларҙы бүләкләү өлөшө  тулҡынландырғыс булды.  Финалға сыҡҡан 10 уҡыусы исемлеге иғлан ителде.

        Байназар мәктәбeнең IX класс уҡыусыһы  Асия Салауатованың (етәксеһе –  А.Р. Мөхәмәтйәнова) һәм Әтек мәктәбенең VII класс  уҡыусыһы Гөлшат Сәлихованың (етәксеһе – З. Хәкимов)    проекттары  “Иң яҡшы эштәр” тип табылды. Улар Маҡтау ҡағыҙҙары, кеҫә телефондары һәм иҫтәлекле бүләктәргә лайыҡ булды.  Интернет-тауыш биреүҙә иң күп лайк йыйыусы  IX класс уҡыусыһы  уҡыусыһы Диниә Иманғолованың  эҙләнеү эше Маҡтау ҡағыҙы, Смарт- сәғәт менән баһаланды.

Эштәре иң-иң шәп эштәр рәтенә ингән призерҙар – Яуымбай мәктәбенең IX класс  уҡыусыһы Илназ Азанғолов, Нәби мәктәбенән Регина Йәғәфәрова, Ғәҙелгәрәй мәктәбенән Шәүрә Сәғитова, Ҡолғананан Алһыу Хәйбуллиналар “Шүлгән-Таш мәмерйәһе” тарихи-мәҙәни музей-комплексы Дипломдары, бейсболкалары менән бүләкләнделәр, уларға шулай уҡ  Бөрйән районы мәғариф бүлеге начальнигы И.Ғ. Сәйфитдинов   Маҡтау ҡағыҙҙары тапшырҙы.

Башланғыс кластарҙан Мәһәҙей мәктәбенең IV класс  уҡыусыһы Тамерлан Ишимов (уҡытыусыһы – З.Ф. Хәсәнова) һәм Ҡотан мәктәбенән Айрат Әзекәевтар Смарт- сәғәт, дипломдар менән бүләкләнде.     Ҡатнашыусыларға сертификаттар, иҫтәлекле бүләктәр тапшырылды. Ә сағыу һүрәтле ҡалын әкиәт китаптары бөтә ҡатнашыусыларға ла, финалистарға ла бирелде.  

     Һуңынан экскурсоводтар “Шүлгән-таш мәмерйәһе” тарихи-мәҙәни музей комплексы буйлап   ҡыҙыҡлы экскурсия ойошторҙо. Бөтәһе лә был конкурстан ҡыуанып, яңы эштәргә илһамланып, ойоштороусыларға рәхмәттәр әйтеп  таралды.

       Был сара уҡыусыларҙы эҙләнеү эштәренә дәртләндерҙе, улар күңелендә ауыл, район  тарихын, топонимикаһын өйрәнеүгә бермә-бер ҡыҙыҡһыныу хисе, илһөйәрлек тойғоһо уятты. Уҡыусыларҙың конкурс  эштәре етәкселәре менән берлектә ҡыҙыҡһыныу менән  башҡарылғаны күренеп тора. Хеҙмәттәрендә, практик өлөштән тыш, архивта эҙләнеүҙәре, төрлө сығанаҡтарҙы  ҡарауҙары, оло кешеләр менән осрашып әңгәмә ҡороуҙары, тарихи урындарға сәйәхәт ҡылып, фотоға төшөрөүҙәре маҡтуға лайыҡ. Әйткәнебеҙсә, конкурстың һөҙөмтәһе матур һәм  файҙалы булды.
            Уҡыусыларыбыҙ, ҡайҙа ғына йәшәһәләр ҙә, үҙ төбәгенең, ер-һыуының тарихын белеп, уларҙы һаҡлауға үҙ өлөштәрен индерһендәр ине.

     С.Ғ. СӘЙӘХОВА, Башҡортостан Республикаһының мәғариф алдынғыһы (Бөрйән районы)

Бөрйәндә “Урал батыр ере” асыҡ Интернет-конкурсының йомғаҡлау семинары үтте
Бөрйәндә “Урал батыр ере” асыҡ Интернет-конкурсының йомғаҡлау семинары үтте
Бөрйәндә “Урал батыр ере” асыҡ Интернет-конкурсының йомғаҡлау семинары үтте
Автор:Альфия Сагитова
Читайте нас: