Бөтә яңылыҡтар
Новости
24 Ноябрь 2022, 09:37

Көйөргәҙелә Өлфәт Ҡобағошовтың хәтер кисәһе үтте

2022 йылдың 23 ноябрендә Көйөргәҙе районының "Йәшлек" мәҙәниәт һарайында күренекле башҡорт рәссам-скульпторы, монументалисы, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, С.Юлаев ордены кавалеры Өлфәт Миңлеәхмәт улы Ҡобағошовтың хәтер һәм ҡәҙер кисәһе ойошторолдо.  

Көйөргәҙелә Өлфәт Ҡобағошовтың хәтер кисәһе үтте
Көйөргәҙелә Өлфәт Ҡобағошовтың хәтер кисәһе үтте

Күренекле шәхестең ҡатыны, балалары, туғандары, дуҫтары, коллегалары һәм фекерҙәштәре уны һағынып һәм юҡһынып иҫкә алды. Һәр кем оло ижадсының тормошо, ижади һәм ғилми эше, ҡаҙаныштары, киләсәккә пландары хаҡында иҫтәлектәре менән уртаҡлашты.
Изге күңелле, талантлы скульптор Өлфәт Ҡобағошовтың тормош юлы бик бай. Ул республикабыҙ һәм илебеҙ тарихында сағыу һәм юйылмаҫ эҙ ҡалдырҙы.

Салауат Кәримов, "Башҡортостан уҡытыусыһы" журналы баш мөхәррире.

Өлфәт Миңләхмәт улы Ҡобағошов 1952 йылдың 1 апрелендә Башҡортостандың Көйөргәҙе районындағы Таймаҫ ауылында тыуған. Өфө сәнғәт училищеһының биҙәү-ҡулланма бүлеген һәм Өфө дәүләт сәнғәт институтын тамамлаған (скульптор Каленушкиндың оҫтаханаһы). Рәсәйҙең Рәссамдар союзы һәм Халыҡ-ара рәссамдар федерацияһы ағзаһы, күп һанлы күргәҙмәләрҙә ҡатнашыусы, төрлө конкурстар еңеүсеһе, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (2009), Салауат Юлаев ордены кавалеры (2021), Көйөргәҙе районының почетлы гражданы (2022). Скульпторҙың эштәре Өфө һәм Санкт-Петербург кеүек ҡалаларҙы биҙәй.

Иң билдәле эштәре: ғалим-микробиолог И.И. Мечниковтың бюсы, «Зөһрә ҡыҙ» композицияһы, башҡорт халыҡ мәғрифәтсеһе М. Исҡужинға мәрмәр барельефлы һәйкәл, яугир медицина хеҙмәткәрҙәренә арналған һәйкәл, «Урал батыр» эпосының монументаль проекты, башҡорт халыҡ сәсәндәренә эскиз-проекттар, Крәҫтиәндәр һуғышының (1773-1775) милли батыры Кинйә Арыҫлановҡа, башҡорт халыҡ мәғрифәтселәре М. Аҡмулла, М. Өмөтбаев, мәғдәнсе И. Тасимов, башҡорт дәүләт эшмәкәре З. Вәлидигә, күренекле башҡорт шағирҙары Б. Бикбай һәм Ш. Бабич, яҙыусы Һ. Дәүләтшина, педагог Ф. Мостафинаға һәйкәлдәр.

Автор:Альфия Сагитова
Читайте нас: