Бөтә яңылыҡтар
Новости
28 Ноябрь 2022, 10:52

Өфө университетында профессор Әхнәф Кирәевтың (Кирәй Мәргән) тыуыуына 110 йыл тулыуға арналған сара үтте

Өфө фән һәм технологиялар университетында билдәле ғалим-фольклорсы, күренекле йәмәғәт эшмәкәре, яҙыусы, педагог, филология фәндәре докторы, профессор Әхнәф Нурмөхәмәт улы Кирәевтың (Кирәй Мәргән) тыуыуына 110 йыл тулыуға арналған "Милли һүҙ сәнғәтенең күп мәҙәниәтле мөхиттәге проблемалары: тарихы, хәҙерге торошо һәм перспективалары" исемле Халыҡ-ара фәнни-ғәмәли конференция ойошторолдо.

Өфө университетында профессор Әхнәф Кирәевтың (Кирәй Мәргән) тыуыуына 110 йыл тулыуға арналған сара үтте
Өфө университетында профессор Әхнәф Кирәевтың (Кирәй Мәргән) тыуыуына 110 йыл тулыуға арналған сара үтте
Сарала сығыш яһарға билдәле ғалимдар, шул иҫәптән Рәсәй Фәндәр академияһының Өфө федераль тикшеренеү үҙәге Тарих, тел һәм әҙәбиәт институты хеҙмәткәрҙәре, филология фәндәре докторы Гөлнур Рауил ҡыҙы Хөсәйенова, филология фәндәре кандидаты Фирҙәүес Барый ҡыҙы Юнысова саҡырылды. Бай йөкмәткеле сығыштарҙа Кирәй Мәргәндең фольклористика, проза, драматургия, публицистика өлкәһенә индергән өлөшө юғары баһаланды, уның биографияһына ҡағылышлы мөһим факттар асыҡланды. Конференция йыйынтығында Төркмәнстан, Ҡаҙағстан, Әзербайжан, Сыуаш, Ҡырым Республикалары вәкилдәренең мәҡәләләре лә урын алған.
 
Гөлфирә Абдуллина
Өфө университетында профессор Әхнәф Кирәевтың (Кирәй Мәргән) тыуыуына 110 йыл тулыуға арналған сара үтте
Өфө университетында профессор Әхнәф Кирәевтың (Кирәй Мәргән) тыуыуына 110 йыл тулыуға арналған сара үтте
Өфө университетында профессор Әхнәф Кирәевтың (Кирәй Мәргән) тыуыуына 110 йыл тулыуға арналған сара үтте
Автор:Альфия Сагитова
Читайте нас: