Бөтә яңылыҡтар
Новости
29 Ноябрь 2022, 12:07

“Мәшһүр, данлы Аҡмулла” Мифтахетдин Аҡмулла ижады буйынса викторина йомғаҡтары билдәле булды

2022 йылдың 14-20 ноябрендә Силәбе өлкәһе Мифтахетдин Акмулла исемендәге әҙәби берекмәһе менән берлектә үткәрелгән “Мәшһүр, данлы Аҡмулла” тарихи-әҙәби викторинаһы еңеүселәре билдәле булды.

“Мәшһүр, данлы Аҡмулла” Мифтахетдин Аҡмулла ижады буйынса викторина йомғаҡтары билдәле булды
“Мәшһүр, данлы Аҡмулла” Мифтахетдин Аҡмулла ижады буйынса викторина йомғаҡтары билдәле булды

Силәбе өлкәһе вәкилдәре:
1 урын – Шәймәрҙәнова Альвина Харис ҡыҙы,
Арғаяш районы, Норкино ауылы, хоҡуҡ һаҡлау органдары хеҙмәткәре;
2 урын - Фазылова Гүзәл Тәлғәт ҡыҙы,
Бәжекәй урта дөйөм белем биреү мәктәбенең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы;
3 урын - Арыҫланова Диана Рафиҡ ҡыҙы,
Ҡуйһары төп дөйөм белем биреү мәктәбенең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы;
3 урын - Закирова Айгөл Иршат ҡыҙы,
Аҡбаш урта дөйөм белем биреү мәктәбе уҡытыусыһы.

Башҡортостан Республикаһы вәкилдәре:
1 урын – Кинйәморатова Хәмдиә Ишмөхәмәт ҡыҙы,
Учалы ҡалаһы 10-сы урта дөйөм белем биреү мәктәбенең башҡорт һәм рус телдәре уҡытыусыһы;
2 урын - Кинйәғолова Гөлшат Фарис ҡыҙы,
Өфө ҡалаһы 132-се мәктәбенең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы;
3 урын - Әфләтүнова Эльвира Зәбихулла ҡыҙы,
Баймаҡ ҡалаһының балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе.

Хаҡлы ялдағы ветерандар:
1 урын - Хәкимова Сафина Нуриәхмәт ҡыҙы,
Башҡортостан Яҙыусылар союзы ағзаһы, Силәбе өлкәһе, Магнитогорск ҡалаһы;
2 урын - Шәғәҙәтова Сәриә Шаморат ҡыҙы,
Силәбе өлкәһе Мейәс ҡалаһы халыҡ ижады йортоноң “Ағинәйҙәр” клубы ағзаһы;
3 урын - Хисмәтуллина Рәйлә Ғәлим ҡыҙы,
Магнитогорск ҡалаһының “Аҡ ҡауырһын” әҙәби берекмәһе ағзаһы, Силәбе өлкәһе, Ҡыҙыл районы, Ҡыҙыл ауылы.

Ҡурған өлкәһе Сафакүл районы Һөләймән урта мәктәбенең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Садыков Йәлил Фәйрүз улы мәктәп уҡыусыларын викторинаға уңышлы әҙерләгәне өсөн «Башҡортостан уҡытыусыһы» журналының Рәхмәт хаты менән бүләкләнә.

Еңеүселәрҙе ихлас ҡотлайбыҙ!

Автор:Альфия Сагитова
Читайте нас: