Бөтә яңылыҡтар
Новости
3 Декабрь 2022, 20:21

Мәскәүҙән тағы ла еңеү менән!

"Мәскәү ҡалаһында үткән Бөтә Рәсәй туған тел уҡытыусыларының оҫталыҡ класында I урын яулап, башҡорт теленең мәртәбәһен арттырыуға үҙ өлөшөмдө индереүем менән сикһеҙ бәхетлемен! Рәхмәт һиңә, туған телем! Рәхмәт һиңә, Башҡортостан!" - ти Мәскәү ҡалаһында Бөтә Рәсәй туған тел уҡытыусыларының оҫталыҡ класы конкурсында еңеүсе, "СМАРТ" 2-се һанлы, Республика полилингваль күп профилле гимназияһының башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Ләйсән Мостафина.

Мәскәүҙән тағы ла еңеү менән!
Мәскәүҙән тағы ла еңеү менән!

Ләйсән Рәйес ҡыҙы, һеҙҙе шундай мәртәбәле конкурста еңеү яулауығыҙ менән ихлас ҡотлайбыҙ, эшегеҙҙә уңыштар теләйбеҙ!

Автор: Альфия Сагитова
Читайте нас