Бөтә яңылыҡтар
Новости
5 Декабрь 2022, 15:27

Башҡорт теле көнөнә яңы конкурс иғлан итәбеҙ

Хөрмәтле дуҫтар! “Башҡортостан уҡытыусыһы” журналы  14 декабрь -  Башҡорт теле көнөнә арналған һәм башҡорт телен һаҡлау, яҡлау һәм үҫтереү маҡсаты менән социаль селтәрҙә башҡорт телендә тиҙәйткестәр ятлау конкурсы иғлан итә!

Башҡорт теле көнөнә яңы конкурс иғлан итәбеҙ
Башҡорт теле көнөнә яңы конкурс иғлан итәбеҙ

Конкурста йәш категорияһы иҫәпкә алынмай, теләгән бер кеше: уҡыусы, уҡытыусы йә ата-әсә, ҡатнашыуы мөмкин. Финалға һайлап алғанда башҡортса тиҙәйткестең тиҙ, шул уҡ ваҡытта, тасуири, башҡорт өн-хәрефтәренең дөрөҫ яңғырауы шарт!

Тиҙәйткес ятлаған видеояҙманы ошо иғлан аҫтына “Ҡатнашам!” һүҙен яҙып, комментарий рәүешендә беркетеп ҡуйырға кәрәк.

Был конкурста еңеүселәр, “Башҡортостан уҡытыусыһы” журналының махсус призы менән бүләкләнәсәк.  Еңеүсене бергәләп  14 декабрҙә тауыш биреү юлы менән һайлап алырбыҙ.

Белешмә өсөн

Был байрамдың тарихына килгәндә, Башҡортостан Республикаһы Башлығы Р. Ф. Хәбировтың указына ярашлы 2019 йылдың 14 декабре башҡорт теле көнө тип билдәләнгәнде.

Башҡорт теле көнөн 14 декабрҙә билдәләү осраҡлы түгел. Тап ошо көндә күренекле башҡорт шағиры, мәғрифәтсе Мифтахетдин Аҡмулла тыуған. Был көн, 2015 йылдан башлап, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты ярҙамында Башҡортостан Республикаһы халыҡтары ассамблеяһы һәм Башҡортостан Республикаһының Мәғариф һәм фән министрлығы башланғысы менән билдәләнә, рәсми рәүештә 2019 йылдан үткәрелә. Үҙ туған телен, ата-әсәләрен, олатайҙарын, йүндәрен өйрәнеү цивилизациялы кеше өсөн мотлаҡ. Беренсенән, был кешенең рухи донъяһын байыта, икенсенән, туған телде өйрәнеүҙе күпкә еңеләйтә.

Был көндә Башҡортостанда һәм ситтә төрлө саралар: онлайн һәм офлайн форматтарҙа башҡорт телен һәм башҡорт халҡының мәҙәни ҡиммәттәрен һаҡлауға йүнәлтелгән интернет-флешмоб, викториналар, лекциялар, асыҡ дәрестәр үткәрелә, йылға йомғаҡ яһала, бынан алда уҙғарылған конкурстарҙың еңеүселәре бүләкләнә, киләһе йылға гранттар иғлан ителә. Сарала республиканың барлыҡ мәҙәниәт һәм белем биреү учреждениелары ҡатнаша.

 

Автор: Альфия Сагитова
Читайте нас