Бөтә яңылыҡтар
Новости
12 Декабрь 2022, 16:07

Башҡортостан Башлығының Яңы йыл шыршыһында 1000 бала ҡатнашасаҡ

Быйыл Башҡортостан Башлығының Яңы йыл шыршыһы 22 ғинуарҙа үткәрелә. Төп Яңы йыл иртәлегенә уҡыу алдынғылары, олимпиадалар һәм спорт ярыштары еңеүселәре, фестиваль лауреаттары, һәләк булған хәрбиҙәрҙең балалары, аҙ тәьмин ителгән ишле ғаиләләрҙән балалар, етемдәр, шулай уҡ һаулыҡ мөмкинлектәре сикле балалар саҡырылған.

Башҡортостан Башлығының Яңы йыл шыршыһында 1000 бала ҡатнашасаҡ
Башҡортостан Башлығының Яңы йыл шыршыһында 1000 бала ҡатнашасаҡ
«Байрамда бөтә республиканан 1000-гә яҡын бала ҡатнаша», — тип хәбәр итте республиканың мәғариф һәм фән министры Айбулат Хажин Башҡортостан хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә.

Муниципалитеттарҙа Яңы йыл сараларын уҙғарыу 27 декабргә билдәләнгән, тип өҫтәне ул. Уларҙа шулай уҡ һаулыҡ мөмкинлектәре сикле, аҙ тәьмин ителгән ғаиләләрҙән, етем һәм ата-әсә ҡарауынан мәхрүм ҡалған балалар, Донецк һәм Луганск халыҡ республикаларынан, өлөшләтә мобилизация буйынса саҡырылған граждандарҙың балалары ҡатнаша.

«Белем биреү ойошмаларында яңы йыл иртәлектәре учреждениелағы эпидемиологик хәлде иҫәпкә алып, планға ярашлы уҙғарыла», — тип билдәләне министр.

Айбулат Хажин һүҙҙәренсә, Яңы йыл каникулдары осоронда муниципаль берәмектәр биләмәһендә "Яңы йыл ғаилә уйындары-2023" ойошторола.

2023 йылдың 2 ғинуарынан 6-һына тиклем белем биреү ойошмаларының спорт залдарында һәм саф һауала муниципаль этап уҙғарыла.

20 ғинуарҙа Яңы йыл ғаилә уйындарының республика этабы-2023 була.

https://www.bashinform.ru/news/social/2022-12-12/v-novogodney-yolke-glavy-bashkirii-27-dekabrya-primut-uchastie-1000-detey-3067339

Автор: Альфия Сагитова
Читайте нас