Бөтә яңылыҡтар
Новости
14 Декабрь 2022, 12:51

Аҡмулла рухы бында ҡәҙерләп һаҡлана

Башҡорт теле көнө Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың билдәле шағир һәм мәғрифәтсе Мифтахетдин Аҡмулланың Башҡорт дәүләт педагогия университеты алдында урынлашҡан һәйкәленә сәскә һалыуҙан башланды.

Аҡмулла рухы бында ҡәҙерләп һаҡлана
Аҡмулла рухы бында ҡәҙерләп һаҡлана

– Ҡәҙерле дуҫтар, хөрмәтле коллегалар! Һеҙҙе Башҡорт теле көнө менән ихлас ҡотлайым. Был байрам яңыраҡ, бер нисә йыл элек, булдырылды. Был көн – бик мөһим ваҡиға. Башҡорт теле – милләт теле, туған тел, халҡыбыҙҙың байлығы икәнлеген барыбыҙ ҙа аңлайбыҙ. Шуға күрә беҙ уға ҙур иғтибар бүләбеҙ, бөгөн һәм башҡа көндәрҙә төрлө саралар үткәрәбеҙ. Башҡорт телен үҫтереү һәм һаҡлау өсөн ул модала булырға, йәштәр башҡортса һөйләшергә, уны өйрәнергә тейеш. Бөтәгеҙҙе лә байрам менән ҡотлайым! Бөгөн бөйөк Аҡмулланың тыуған көнө. Был бөйөк кешенең, минең ҡарашҡа, иң төп фекере – «Башҡорттарым, уҡыу кәрәк!» тигән һүҙҙәре, – тип билдәләне Радий Хәбиров үҙ сығышында.

Артабан республика Башлығы университет алдындағы майҙанда Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге стипендиялар тапшырҙы. Башҡортостан Хөкүмәте тарафынан булдырылған был стипендияға юғары һәм урта махсус уҡыу йорттарында белем алыусы, уҡыуҙа һәм фән буйынса уңыштарға ирешкән алдынғы студенттар лайыҡ була. Быйыл был исемлектә – БДПУ студенттары: Айгүзәл Мортаева (студенттарҙың «Филология. Рәсәй телдәре һәм халыҡтары әҙәбиәттәре» Бөтә Рәсәй олимпиадаһында ҡатнашҡаны өсөн), Юлиә Бураҡова (WorldSkills Russia чемпионатында әүҙем ҡатнашҡаны өсөн) һәм Сюзанна Аракелян (рус фольколоры буйынса башҡарған фәнни эштәре өсөн).

Аҡмулла рухы бында ҡәҙерләп һаҡлана
Аҡмулла рухы бында ҡәҙерләп һаҡлана
Аҡмулла рухы бында ҡәҙерләп һаҡлана
Аҡмулла рухы бында ҡәҙерләп һаҡлана
Аҡмулла рухы бында ҡәҙерләп һаҡлана
Аҡмулла рухы бында ҡәҙерләп һаҡлана
Аҡмулла рухы бында ҡәҙерләп һаҡлана
Аҡмулла рухы бында ҡәҙерләп һаҡлана
Аҡмулла рухы бында ҡәҙерләп һаҡлана
Аҡмулла рухы бында ҡәҙерләп һаҡлана
Аҡмулла рухы бында ҡәҙерләп һаҡлана
Автор:Гульшат Байназарова
Читайте нас: