Новости
15 Декабря 2022, 05:37

БАШҠОРТ ТЕЛЕНДӘ ТИҘӘЙТКЕСТӘР ЯТЛАП ҺӨЙЛӘҮ конкурсының еңеүселәре!

Шулай итеп, беҙҙең Башҡорт теле көнөнә арналған ТИҘӘЙТКЕСТӘР ЯТЛАП ҺӨЙЛӘҮ КОНКУРСЫ шаулап-гөрләп үтеп тә китте.

БАШҠОРТ ТЕЛЕНДӘ ТИҘӘЙТКЕСТӘР ЯТЛАП ҺӨЙЛӘҮ конкурсының еңеүселәре!БАШҠОРТ ТЕЛЕНДӘ ТИҘӘЙТКЕСТӘР ЯТЛАП ҺӨЙЛӘҮ конкурсының еңеүселәре!
БАШҠОРТ ТЕЛЕНДӘ ТИҘӘЙТКЕСТӘР ЯТЛАП ҺӨЙЛӘҮ конкурсының еңеүселәре!

Ҡатнашыусыларға барыһына ла әүҙемлек, тырышлыҡ өсөн, шулай уҡ тауыш биреүселәргә – беҙҙең көйәрмәндәргә ҘУР РӘХМӘТ!!!

Шаулай итеп, еңеүселәр:

Балалар араһынан - Кинйәбаева Фаягөл, 3-сө һанлы Красноусол урта мәктәбенең 8 класс уҡыусыһы, (уҡытыусыһы - Флүзә Ҡалмырҙина)

597 (18%) тауыш йыйып, беренселекте яуланы. Афарин!!!

Ололар араһынан еңеүсебеҙ -  Тәзкирә Нәҙир ҡыҙы Ғәлина, Фҽдоровка районы Яңы Яуыш мәктәбҽ уҡытыусыһы, 539 (25%) тауыш йыйып, беренсе урын алды. Ихлас ҡотлайбыҙ!

Бүләктәргә килгәндә, еңеүселәр “Башҡортостан уҡытыусыһы” журналынан махсус приз – футболка, кепка, кружка, ручка һәм блокнот менән бүләкләнә.

Ҡатнашыусыларҙың барһына ла “Башҡортостан уҡытыусыһы” журналынан электрон Рәхмәт хаттары тапшырылыр.

Хөрмәтле дуҫтар, әлегә таралышмай тороғоҙ, алда беҙҙе тағы ла ҡыҙыҡлыраҡ конкурс һәм бүләктәр көтә!!!

 

Автор:Альфия Сагитова
Читайте нас