

“Башҡорт телендә һөйләшкән уйынсыҡтар эшләү идеяһы үҙем атай булғас тыуҙы”, - ти “БашТой” компанияһының директоры Фәнзил Әҙелбаев. Артабанғы эшмәкәрлек ғаиләлә ике ул тыуғас тормошҡа ашырала башлай.
Башҡорт һәм татар телдәрендә сығарылған балалар планшетында 40-лап ҡыҫҡа йыр һәм 80-гә яҡын ике юллыҡ шиғырҙар ингән. Алфавит, һандар, төҫтәр, хайуан исемдәре, шулай уҡ биш төрлө йыр тыңлап була. Барлыҡ шиғырҙар һәм йырҙар бер-береһен ҡабатламуы менән үҙенсәлекле.
Балалар смартфоны иһә, иң кескәйҙәр өсөн тәғәйенләнгән музыкаль уйынсыҡ. Бында 10 төрлө хайуан атамаһы, 4 бейеү көйө, 4 хайуандар тауышынан торған күңелле микс тупланған. Уйынсыҡтарҙың ҡаптары ла махсус дизайн менән эшләнгән. Улар Санкт-Петербург ҡалаһында уңышлы һынау үтеп, хәүефһеҙлек сертификатына эйә була.
БашТой проектының төп маҡсаты - туған телдең ҡулланыу даирәһен киңәйтеү, уны заманса һәм популяр итеүгә өлөш индереү. Сөнки заманса уйынсыҡтар балаларға уйын барышында туған телен өйрәнергә ярҙам итә. Авторҙар фекеренсә, тап бәләкәй йәштән туған телен ишетеп үҫкән бала телдең үҙенсәлеген һәм байлығын яҡшыраҡ аңлаясаҡ. Уйынсыҡтарҙы булдырған саҡта филологтарҙың ғына түгел, психологтарҙың да фекерҙәре, тәҡдимдәре иҫәпкә алынды.
Башҡорт һәм татар телдәрендәге уйынсыҡтарҙы https://bashtoy.ru сайты аша һатып алырға була. Уның өсөн Интернетта ғариза ҡалдырырға кәрәк, артабан һеҙҙең менән менеджер бәйләнешкә инеп, кәрәкле уйынсыҡты ҡайҙан нисек алырға икәнен аңлатыр.
“БашТой” компанияһы балалар баҡсалары, шәхси эшҡыуарҙар менән эшләргә әҙер, күмәртәләп алғанда ташламалар ҡаралған.