Новости
31 Декабря 2022, 17:31

Салауат Кәримов журнал уҡыусыларын Яңы йыл менән ҡотланы

2022 йылды йомғаҡланыҡ, лауреаттарҙы тәбрикләнек, яңы тыуған 2023 йылға бурыстар билдәләйбеҙ.

Салауат Кәримов журнал уҡыусыларын Яңы йыл менән ҡотланыСалауат Кәримов журнал уҡыусыларын Яңы йыл менән ҡотланы
Салауат Кәримов журнал уҡыусыларын Яңы йыл менән ҡотланы

2023 йыл - уҡытыусылар, тәрбиәселәр, педагогик хеҙмәт ветерандары, мәғариф өлкәһен яҡтыртыуҙа әүҙем эшләгән журналистар, мөхәррирҙәр өсөн бик мөһим йыл буласаҡ. Уны бай йөкмәткеле, хәтерҙә ҡалырлыҡ күркәм итеп үткәреп, беҙ үҙебеҙҙең уҡытыусыларыбыҙға, тәрбиәселәребеҙгә, ветерандарыбыҙға, бер һүҙ менән әйткәндә, остаздарыбыҙға хөрмәт күрһәтәсәкбеҙ.

2023 йыл - Рәсәй Федерацияһы Президенты В.В.Путиндың Указы менән Педагог һәм остаз йылы тип иғлан ителде.

"Илебеҙ Президентының 2023 йылды Педагог һәм остаз йылы итеү тураһындағы ҡарары беҙҙең йәмғиәттә был һөнәр эйәләренең юғары статусы, уларҙың хеҙмәтенең мөһимлеге хаҡында һөйләй. Педагог һәм остаз йылында үткән бөтә саралар ҙа уҡытыусы һөнәренең абруйын күтәреүҙә мөһим аҙым булырына ышанам", - тип белдерҙе Рәсәй Федерацияһының мәғариф министры С.С.Кравцов.

"Педагогтар беҙҙең балаларыбыҙҙы ысын кеше, Тыуған илебеҙҙең патриоттары итеп тәрбиәләй, тәрән фекер аша ҡарарҙар ҡабул итергә өйрәтә. Уҡытыусыларҙың хеҙмәте еңел түгел, әммә бик изге, мөһим хеҙмәт ул", - тине Башҡортостан Республикаһы башлығы Р.Ф.Хәбиров.

Йыл буйына барасаҡ саралар араһында мәғариф донъяһына, белем биреүгә арналған төрлө конкурстар, кинопроекттар, аҙналыҡтар, күргәҙмәләр, форумдар бар.

Бөйөк педагог - яҙыусылар К.Ушинскийҙың, В.Сухомлинскийҙың, А.Макаренконың юбилейҙарына һәм Халыҡ - ара остаздар көнөнә арнап байрамдар үткәреү ҡаралған.

"Башҡортостан уҡытыусыһы" ижтимағи - педагогик һәм фәнни - методик журнал Педагог һәм остаз йылына арнап республика конкурсы иғлан итәсәк. Социаль селтәрҙәрҙә лә ярыш-бәйгеләр ойоштороласаҡ.
Беренсе уҡытыусылар, тәрбиәселәр, төрлө фәндәрҙән белем биреүсе мөғәллимдәр, күренекле педагогтар, остаздар, директорҙар хаҡында мәҡәләләр, иҫтәлектәр төрлө рубрикаларҙа номерҙан - номерға баҫылып барасаҡ.

Хөрмәтле педагогтар, тәрбиәселәр, китапханасылар, мәғариф ветерандары, студенттар! Педагог һәм остаз йылында "Башҡортостан уҡытыусыһы" журналы менән тағы ла әүҙемерәк хеҙмәтәшлек итергә саҡырабыҙ!

Автор:Альфия Сагитова
Читайте нас