Бөтә яңылыҡтар
Новости
4 Ғинуар 2023, 17:21

ЙӘШ УҠЫТЫУСЫЛАР ИҒТИБАРЫНА

Башҡортостан Республикаһының абруйлы матбуғат баҫмаһы, ижтимағи-педагогик һәм фәнни - методик журналы — “Башҡортостан уҡытыусыһы” — йәш педагогтар өсөн конкурс иғлан итә!

ЙӘШ УҠЫТЫУСЫЛАР ИҒТИБАРЫНА
ЙӘШ УҠЫТЫУСЫЛАР ИҒТИБАРЫНА
Бала саҡта бик күптәр уҡытыусы булырға хыяллана. Үҙенең уҡытыусыһына оҡшарға тырышып, мотлаҡ балаларҙы тәрбиәләүсе, педагог булырға ҡарар итә. Тик үҫә төшкәс, ниндәйҙер сәбәптәр менән, баласаҡ хыялынан баш тарта. Ә бәғзе берәүҙәр түбән эш хаҡы, башҡарыласаҡ эштең күләменән, балалар өсөн яуаплылыҡ кеүек һәм башҡа сәбәптәрҙән ҡурҡмай, был һөнәр менән киләсәген бәйләй.
Йәш уҡытыусыларыбыҙ, һеҙгә өндәшәбеҙ! Һеҙ был һөнәргә килергә нисек ҡарар иттегеҙ? Уҡытыусы һөнәренең ниндәй ыңғай яҡтарын күрәһегеҙ? Яуаптарығыҙҙы ошо пост аҫтына фотоғыҙ менән беркетеп яҙып ебәрһәгеҙ ине.
Жюри ағзалары яуаптарҙы ҡарап, 1, 2, 3-сө урындар билдәләр. Шулай уҡ "Тамашасы һөйөүе" номинацияһын да күмәкләшеп лайыҡтар һәм дә комментарийҙар ярҙамында билдәләрбеҙ.
 
Автор:Альфия Сагитова
Читайте нас: