Хөрмәтле дуҫтар!
Йәш уҡытыусыларыбыҙ өсөн тәғәйенләнгән конкурсҡа йомғаҡ яһайбыҙ.
Был бәйгелә барлығы 22 уҡытыусының фекере жюри хөкөмөнә тәҡдим ителде. Уларҙың араһынан беҙ, йөкмәткеһенә ҡарап, яуаптарында биографияһын һөйләүгә генә ҡайтып ҡалмай, конкурс талаптарына яуап биргәндәрен һайлап алып, I, II, III урындарҙы билдәләнек.
I урын – Рәмилә Салауат ҡыҙы Рәхимова (Өфө ҡалаһының 127-се мәктәбе директоры);
II урын – Сәлимә Хәйҙәр ҡыҙы Закирова (Бәләбәй районы Приютово ҡасабаһының 7-се мәктәбе уҡытыусыһы);
II урын – Гөлфиә Факил ҡыҙы Һөйәрембәтова (Стәрлетамаҡ ҡалаһының 33-cө урта мәктәбе уҡытыусыһы);
III урын – Гүзәл Ринат ҡыҙы Ҡыуандыҡова (Бөрйән районының Байназар урта мәктәбе уҡытыусыһы);
III урын – Нурзилә Юлай ҡыҙы Һөйәрғолова (Баймаҡ районының Әбделкәрим мәктәбе уҡытыусыһы);
III урын – Айгөл Айҙар ҡыҙы Тимершина (Дыуан районындағы Тимер Йосопов исемендәге республика лицей-интернаты уҡытыусыһы).
Еңеүселәргә “Башҡортостан уҡытыусыһы” журналының Почет грамотаһы һәм иҫтәлекле бүләктәр тапшырыла.
Конкурста ҡатнашыусы башҡа уҡытыусыларҙы “Тамашасы һөйөүе” номинацияһында ҡатнашырға саҡырабыҙ. Иң күп тауыш йыйыусы конкурсантты 20 ғинуарҙа 10.00 сәғәттә билдәләрбеҙ.
Рәхим итегеҙ!
https://vk.com/app7198399_-156150050#poll63c53521e31a451418bd4f78