Бөтә яңылыҡтар
Новости
23 Ғинуар 2023, 20:18

БӨГӨН "БАШ ҠАЛАНЫҢ БАШҠОРТ ТЕЛЕ ҺӘМ ӘҘӘБИӘТЕ ЙЫЛ УҠЫТЫУСЫҺЫ - 2023" КОНКУРСЫНЫҢ "ПЕДАГОГИК ЭШМӘКӘРЛЕКТЕҢ ВИЗИТ КАРТОЧКАҺЫ" ЭТАБЫ ҮТТЕ

Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары араһында барған был конкурста барлығы 13 уҡытыусы көс һанаша.

БӨГӨН "БАШ ҠАЛАНЫҢ  БАШҠОРТ ТЕЛЕ ҺӘМ ӘҘӘБИӘТЕ ЙЫЛ УҠЫТЫУСЫҺЫ - 2023" КОНКУРСЫНЫҢ "ПЕДАГОГИК ЭШМӘКӘРЛЕКТЕҢ ВИЗИТ КАРТОЧКАҺЫ" ЭТАБЫ ҮТТЕ
БӨГӨН "БАШ ҠАЛАНЫҢ БАШҠОРТ ТЕЛЕ ҺӘМ ӘҘӘБИӘТЕ ЙЫЛ УҠЫТЫУСЫҺЫ - 2023" КОНКУРСЫНЫҢ "ПЕДАГОГИК ЭШМӘКӘРЛЕКТЕҢ ВИЗИТ КАРТОЧКАҺЫ" ЭТАБЫ ҮТТЕ

Бына улар:

Шаһабутдинова Элиза Тимур ҡыҙы,  Өфө ҡалаһының 124-се мәктәбенең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы, " Башҡорт теле дәрестәрендә интерактив уйындар ҡулланыу" темаһына сығыш әҙерләгән;

Сирбаева Яҙгөл Айрат ҡыҙы, 114-се белем биреү үҙәге башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы,  "Өйгә эштәр аша башҡорт телен өйрәнеүгә мотивация уятыу" темаһына сығышында ата-әсәләрҙең предмет буйынса бирелгэн өй эшен эшләү буйынса ризаһыҙлыҡтары һәм был заман проблемаһының бөгөнгө көндә актуаль булыуы тураһында һөйләне;

Вәлиева Идалия Роберт ҡыҙы, Өфө ҡалаҙының 48-се башҡорт лицейы "Башланғыс класс уҡыусыларының һөйләү телмәрен үҫтереү" буйынса ҡулланған алымдары, күнегеүҙәре тураһында фәһемле сығыш яһаны;

Шуныһы ҡыуаныслы: быйылғы ҡатнашыусылар араһында ҡаҙаҡ милләтенән булған конкурсант  бар. Ул -  Сагинбек  Ильяс Жаркынбек улы, Өфө ҡалаһының 9-сы мәктәбенең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы. Ул сығышында ҡаҙаҡ һәм башҡорт иленең берҙәмлеген, телдәренең туғанлығын һыҙыҡ өҫтөнә алды һәм ошо ике ҡәрҙәш телдәрҙе рус телле балаларға сағыштырып өйрәтеүҙең уңышлы алымдарын күрһәтә алды;

Биктимерова Нурия Әхмәтйән ҡыҙы, Өфө ҡалаһы ҡала округының 126-сы мәктәбенең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы. Был конкурсант үҙенең башҡорт телен уҡытыу эш практикаһында проект технологияларын уңышлы ҡулланыуы хаҡында тәжрибәһе менән  уртаҡлашты;  

Әхмәтшина Эльвира Мөнир ҡыҙы,  Өфө ҡалаһы 62-се  лицейының юғары категориялы башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы, туған телдәр буйынса директор урынбаҫары.  Сығышында "Башкорт теле дәрестәрендә уҡыусыларҙың коммуникатив компетенцияһын заманса технологиялар нигеҙендә ҡулланыу " темаһын яҡтыртты;

Альбина Фәрит ҡыҙы Бикташева, Өфө ҡалаһы 136-сы башҡорт лицейының башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы. "Билингвизм шарттарында  туған телдә фекерләү эшмәкәрлеген үҫтереү " темаһына сығыш яһаны;

Вәлиуллина Гөлшат  Радик ҡыҙы, Өфө ҡалаһының 24-се мәктәбенең юғары квалификациялы башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы. Уның фекеренсә, дәрестәрҙә уҡытыусы үҙе балалар өсөн күберәк эшләгән һайын, уларҙа күберәк пассивлыҡ тыуҙыра һәм кире активлыҡты уятыу мөмкинлеге кәмегәндән кәмей бара. Шуға күрә уҡыусылар менән эште ойоштороуҙың маҡсаты тип балаларҙың һәм өлкәндәрҙең берҙәм эшмәкәрлек процесында  шәхестең үҙен  тормошҡа ашырыуына булышлыҡ итеүен һанай;

Шәрәфетдинова Гөлназ Радик ҡыҙы, Өфө ҡалаһының 56-сы мәктәбенең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы, сығышының темаһы: "Башкорт телен башҡа телдәр менән сағыштырып уҡытыуҙың уңышлы алымдары ". Сығышында үҙ эш практикаһында уңышлы ҡулланған “Иҫәнләшеү”,  “Оҡшаш һүҙҙәр”, “Был нимә?" , “Баҫымлы ижек” кеүек отошло уйын-алымдары менән бүлеште;

Попова Гөлнара Шәйхетдин ҡыҙы, Өфө ҡалаһының 99-сы дөйөм белем биреү мәктәбенең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы. Ул башҡорт телен уҡытыуҙа ҡулланған ижади алымдары менән уртаҡлашты һәм киләсәктә эштәрен туплап, йыйынтыҡ итеп баҫтырыу ниәте менән бүлеште;

Ильясова Ләйсән Рафат ҡыҙы, Өфө ҡалаһының 161-се лицейы башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы. Методик темаһы: "Башҡортостан Республикаһының башҡорт (дәүләт) телен уҡытыуҙа предмет-ара бәйләнеш булдырыу". Сығышында конкурсант балаларҙың  башҡорт теле дәрестәрендә биология, математика кеүек фәндәрҙе өйрәнеүгә лә күпер һалабыҙ,  якшы һөҙөмтәләргә өлгәшәбеҙ, тип белдерҙе;

Әхмәдйәнова Фидания Тәфкил ҡыҙы,  Өфө ҡалаһының 94-се лицейы башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы.  Конкурста сығыш яһау өсөн "Башкорт теле дәрестәрендә метапредмет компетенциялар формалаштырыу ысулдары" темаһын һайлаған;

Нәбиева Гөлназ Рәис ҡыҙы, Өфө ҡалаһының 52-се лицейы башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы,  "Уҡыусыларҙың этномәҙәни компетенцияларын формалаштырыуҙа уңышлы алымдар"темаһына сығышында бик тос фекерҙәре менән бүлеште;

Шулай итеп, конкурстың беренсе этабы тамам. Эштәрҙе жюри ағзалары ентекле тыңланы, сығыштар һуңынан ҡыҙыҡһындырған һорауҙарын бирҙе. Конкурсанттарға артабанғы этаптарҙа уңыштар теләйбеҙ, киләһе асыҡ дәрестәр этабында (26-27 ғинуар) көтөп ҡалабыҙ.

Автор:Альфия Сагитова
Читайте нас: