Бөтә яңылыҡтар
Новости
30 Ғинуар 2023, 11:32

Хеҙмәтегеҙ алдында баш эйәбеҙ

Күптән түгел Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрендәге сәхифәһендә  халыҡ уҡытыусыһы Лиза Әһәҙуллина тураһында яҙған бик матур юлдар бар.

Хеҙмәтегеҙ алдында баш эйәбеҙ
Хеҙмәтегеҙ алдында баш эйәбеҙ

“Республикабыҙ көслө уҡытыусыларға һәм остаздарға бай. Бөгөн минең #ЖЗЛ_Башкортостан тигән рубрикамда – Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың халыҡ уҡытыусыһы Лиза Ҡыям ҡыҙы Әһәҙуллина.

Уҡытыу йылдарында, 1959 йылдан алып Лиза Ҡыям ҡыҙы йөҙҙән ашыу Бөтә Рәсәй олимпиадаһы еңеүсеһен һәм призерын, ике быуын уҡытыусыларын әҙерләгән. Уның эш алымдарына әле лә ихтаяж бар.

 Ҡыйғы районындағы тыуған мәктәбендә пионервожатый, Бөрө институты студенты, Салауат һәм Ҡыйғы райондарында химия һәм биология уҡытыусыһы. Унан һуң Өфө мәктәптәре.

Үҙенең уҡыусыларын Лиза Ҡыям ҡыҙы бер ҡасан да ятлап уҡырға мәжбүрләмәгән, уйларға, фекерләргә тәҡдим иткән. Әһәҙуллинаның химиянан уҡытыу алымы әлегә тиклем актуаль, уны Республика инженерлыҡ лицей-интернатында һәм Өфө дәүләт нефть техник университетында үҫтерәләр.

Хөрмәтле Лиза Ҡыям ҡыҙы! Хеҙмәтегеҙ, уҡыусыларығыҙҙың уңыштары өсөн алдығыҙҙа ихтирам менән баш эйәм. Һеҙҙең менән бергә барлыҡ уҡытыусыларға ла күңел йылылығы һәм һөнәргә тоғролоҡ өсөн рәхмәт. Бөтәгеҙгә лә ныҡлы һаулыҡ!” – тип яҙған Радий Хәбиров.

Фото: vk.com/radiyhabirov

Сығанаҡ: vk.com/radiyhabirov

Хеҙмәтегеҙ алдында баш эйәбеҙ
Хеҙмәтегеҙ алдында баш эйәбеҙ
Хеҙмәтегеҙ алдында баш эйәбеҙ
Хеҙмәтегеҙ алдында баш эйәбеҙ
Автор:Альфия Сагитова
Читайте нас: