Бөтә яңылыҡтар
Новости
31 Ғинуар 2023, 18:19

ТЫРЫШ ҺӘМ АБРУЙЛЫ ЕТӘКСЕ

Өфө ҡалаһының М. Исҡужин исемендәге 136-сы башҡорт лицейы директоры Хәбибрахманов Шәмсулла Хәбибулла улы матур юбилейын – 65 йәшен билдәләй.

ТЫРЫШ ҺӘМ АБРУЙЛЫ ЕТӘКСЕ
ТЫРЫШ ҺӘМ АБРУЙЛЫ ЕТӘКСЕ
Ш.Х. Хәбибрахманов – Рәсәй Федерацияһының почетлы мәғариф хеҙмәткәре, Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы, Салауат Юлаев ордены кавалеры, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының “Ал да нур сәс халҡыңа!” миҙалы лауреаты.
Шәмсулла Хәбибулла улының ныҡышмалылығы, тәүәккәллеге, тырыш эш һөҙөмтәһе булараҡ, М. Исҡужин исемендәге 136-сы башҡорт лицейы - республикабыҙҙа алдынғы мәғариф учреждениеларының береһе. Тәжрибәле педагог етәкләгән белем усағы, башҡорт мәктәптәре өсөн методик үҙәккә әйләнеп, бар яҡлап та өлгө булып тора.
Берҙәм, татыу коллективта хеҙмәттәштәре араһында талапсан, ғәҙел, оҫта етәксе булараҡ та ихтирам ҡаҙанған ул. Фиҙаҡәрлеге, ябайлығы, тырышлығы менән мәктәп коллективында, уҡыусылар, ата-әсәләр араһында ғына түгел, йәмәғәтселек араһында ла Шәмсулла Хәбибулла улының абруйы ҙур.
Уңған, тынғыһыҙ, хәстәрлекле, ныҡышмал, йәштәрсә сәмле, ихлас, заманса ҡарашлы, төрлө идея-маҡсатлы, кешелекле, кеселекле, тәрән фекерл, һәр ергә өлгөр, һәр кемгә һүҙе үткән, эшләй ҙә, эшләтә лә, шул ваҡытта кеше хәленә инә лә белгән миһырбанлы етәксе ул.
Борсолоу-мәшәҡәттәрҙе еңел генә еңеп сығырға ярҙам итеүсе хөрмәтле остаз менән эшләүе ҙур бәхет. Байтаҡ йылдар уның менән бергә эшләнек. Коллегабыҙҙың хеҙмәткәрҙәргә ҡарата ышанысы, кәңәштәре менән һәр саҡ ярҙам итергә, эш, тормош тәжрибәһе менән бүлешергә әҙер тороуына оло рәхмәтлебеҙ.
Юбилейы менән ҡотлап, Шәмсулла Хәбибулла улы Хәбибрахмановҡа оҙон ғүмер, ныҡлы һаулыҡ, рухи сәләмәтлек, йән тыныслығы, бәхет-шатлыҡтар теләйбеҙ. Йөрәгегеҙҙән дәрт-дарман, беләгегеҙҙән көс-ғәйрәт китмәһен!
Юбилейығыҙ менән!
Р.С. РӘХИМОВА,
Өфө ҡалаһының 127-се урта мәктәбе директоры.
ТЫРЫШ ҺӘМ АБРУЙЛЫ ЕТӘКСЕ
ТЫРЫШ ҺӘМ АБРУЙЛЫ ЕТӘКСЕ
ТЫРЫШ ҺӘМ АБРУЙЛЫ ЕТӘКСЕ
ТЫРЫШ ҺӘМ АБРУЙЛЫ ЕТӘКСЕ
ТЫРЫШ ҺӘМ АБРУЙЛЫ ЕТӘКСЕ
ТЫРЫШ ҺӘМ АБРУЙЛЫ ЕТӘКСЕ
ТЫРЫШ ҺӘМ АБРУЙЛЫ ЕТӘКСЕ
ТЫРЫШ ҺӘМ АБРУЙЛЫ ЕТӘКСЕ
Автор:Альфия Сагитова
Читайте нас: