Бөтә яңылыҡтар
Новости
1 Февраль 2023, 18:00

Йәнә “2” ле

Икенсе класта уҡыған Айрат йәнә дәрестән кәйефе ҡырылып ҡайтып инде. 

Йәнә “2” ле
Йәнә “2” ле

Ишектән ингәс портфелен аяҡ аҫтына ҡуйып, башын түбән эйгән килеш, баҫҡан урынында ҡатып ҡалды. Һуңғы ваҡытта был хәл йыш ҡабатлана.
Әсәһе:
- Нимә булды тағы, ниңә кәйфең юҡ? - тигәс, малай бына-бына күҙенән ағып сығырға торған күҙ йәштәренә ирек биреп, әсәһенә күтәрелеп ҡарамай ғына:
- Уҡытыусы бөгөн дә “2” ле ҡуйҙы. - Яҙыуың насар ти, - тине. Һәм әсәһенең яурын башына ҡапланып, күтәрә алмаҫлыҡ ҡайғы кисергән кеше кеүек, үкһеп-үкһеп иланы.
Әсәһе:
- Йә, улым, тыныслан, бөгөн өйгә эштәреңде тағы ла матурыраҡ итеп яҙып барырһың. Ул һиңә башҡа икеле билдәһе ҡуймаҫ, - тип тынысландырҙы.
- Ул миңә өйгә эш өсөн оценка ҡуймай, ә класс эше өсөн. Мин дәрестә яҙып өлгөрмәйем, сөнки ул шәп һөйләй. Артта ҡалмайым тип ашығам да, шулай сатай-ботай була ла, артта ҡалам да ҡуям...
- Ә башҡа уҡыусылар нисек өлгөрә һуң?
- Улар ҙа өлгөрмәй... – Әсәй, мин башҡа мәктәпкә бармайым! – тине Айрат.

* * *
Әсә улына һиҙҙермәһәлә эстән ут эсендә янды. Хәҙер ни эшләргә? Дөрөҫөн генә әйткәндә, кластарында шулай илап ҡайтыусылар бер Айрат ҡына түгел. Уҡытыусыны ла аңларға мөмкин, кластарында 36 уҡыусы. Шуларҙың һәр береһен шәп, шыма уҡырға, таҙа, матур, тиҙ яҙырға өйрәтеү өсөн һәр береһенең ҡулынан тотоп, янында ултырып эшләргә кәрәк. Тик нисек? Шунан уҡытыусы арый, кәйефе ҡырыла... Уны ла аңларға була, тик: Мин башҡа мәктәпкә бармайым! - тигән бала менән ни эшләргә?..

Миләүшә ҒӘЙФУЛЛИНА

Һүрәттә: рәссам Федор Решетников картинаһы, 1952 й.

Автор:Альфия Сагитова
Читайте нас: