Бөтә яңылыҡтар
Новости
3 Февраль 2023, 17:39

ИҒТИБАР ИТЕГЕҘ: КОНКУРС!

Илем сиге. Һалдат посҡа баҫҡан. Бурыс оло – ҡаҡмай  керпек тә. Ҡайһы саҡта оҙон төндәр буйы Күҙ серем дә алмай бөртөк тә. Һалдат ғорур. Уға ныҡ ышанып Өлкән бурыс бирҙе Ватаны, Тыныс тормош уны һөйөү менән: "Минең улым", - тиеп атаны. Ҡулға ҡыҫып ғәҙел ҡоралын Һаҡлап тора һалдат Ер шарын.        Рәшит Назаров.  Ҡәҙерле уҡытыусылар һәм уҡыусылар! 23 февраль - Ватанды һаҡлаусылар көнө етеп килә. Был байрам һәр кем өсөн дә бик яҡын. Кемдәрҙеңдер олатайҙары яуҙарҙа ҡатнашҡан,  атайҙары йәки ағайҙары Совет һәм  Рәсәй армияларында хеҙмәт иткән, ә кемдәрҙеңдер, бәлки, яҡындары әлеге ваҡытта тыуған ил, тыныслыҡ һағында торалыр.

ИҒТИБАР ИТЕГЕҘ: КОНКУРС!
ИҒТИБАР ИТЕГЕҘ: КОНКУРС!

Ошо байрамға арнап, "Башҡортостан уҡытыусыһы" журналы шиғри конкурс иғлан итә.  Шиғырҙы ятлап, тасуири итеп һөйләп, видео яҙҙырырға һәм ошо постың аҫтына үҙегеҙ тураһында ҡыҫҡаса мәғлүмәт яҙып, беркетеп ҡуйырға кәрәк. Сығыштарҙы жюри ҡарағандан һуң, уҡытыусылар һәм уҡыусылар араһынан иң уңышлыһын һайлап, ике I-се урын билдәләнәсәк. Конкурс һөҙөмтәләре  22 февраль көндө иғлан ителәсәк. Еңеүселәргә "Башҡортостан уҡытыусыһы " журналынан Почет грамотаһы һәм иҫтәлекле бүләктәр ҡаралған.

Ап-аҡ сәсле яугир атлай,

 Йөҙҙәрендә йыйырсыҡ.

Ут-һыу кискән яугирға ла

Бик тә кәрәк тыныслыҡ!

Именлекте һаҡлауҙан да

Мөһимерәк бурыс юҡ,

Һулар һауалай һәр кемгә

Бик тә кәрәк тыныслыҡ!

Абдулхаҡ Игебаев.

Автор:Альфия Сагитова
Читайте нас: