Бөтә яңылыҡтар
Новости
6 Февраль 2023, 15:55

«Ҡоростоң да ул иң ҡатыһы...»

Ғ.В. МӨХӘМӘТОВ, Башҡорт архитектура-төҙөлөш колледжы уҡытыусыһы. Герой-ҡала Сталинградҡа бағышланған класс сәғәте  

«Ҡоростоң да ул иң ҡатыһы...»
«Ҡоростоң да ул иң ҡатыһы...»

Маҡсат: 1. Герой-ҡала Сталинград хаҡында белешмә биреү, совет халҡының Бөйөк Ватан һуғышы осорондағы батырлығы тураһында белемдәрен арттырыу. 2. Студенттарҙың фекерләү ҡеүәһен үҫтереү, һөйләү телмәрен байытыу, аудитория алдында сығыш яһау оҫталығын камиллаштырыу. 3. Йәш быуында илһөйәрлек, тарих менән ҡыҙыҡһыныу, һуғыш осоро вәкилдәренә ҡарата хөрмәт тойғоһо тәрбиәләү.

Класс сәғәте барышы

Уҡытыусы. Кем ул батыр, кем тураһында беҙ герой тип әйтәбеҙ? (Яуаптар.) Эйе, батыр, герой – ул ҡурҡыу белмәҫ, ҡыйыулығы менән танылған кеше. Бөйөк Ватан һуғышы осоронда батырлыҡ күрһәтеп дан алғандарға Герой исеме биргәндәр. Илдә 12 722 Советтар Союзы Геройы булған,  шуларҙың  248-е – Башҡортостандан. Герой тип кешегә ҡарата ғына түгел, ҡалаларға ла әйтәләр. Ниндәй ҡалаларға герой исеме бирелә? (Студенттарҙың яуаптары.) Герой-ҡала – юғары дәрәжә билдәһе. Был маҡтаулы исемгә Советтар Союзының 1941 – 1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышы ваҡытында геройҙарса оборона менән дан ҡаҙанған ун ике ҡалаһы лайыҡ булған. Шулай уҡ Брест ҡәлғәһенә «Герой-ҡәлғә» исеме бирелгән. Уҡыусылар, кем ошо ҡалаларҙы әйтеп бирә ала? (Экранда ҡала исемдәре күрһәтелә.)

1-се уҡыусы. 1. Герой-ҡәлғә Брест. 2. Мәскәү. 3. Одесса. 4. Новороссийск. 5. Керчь. 6. Ленинград. 7. Тула. 8. Смоленск. 9. Киев. 10. Минск. 11. Мурманск. 12. Севастополь. 13. Сталинград.

Уҡытыусы. Бөгөн дәрестә беҙ ошо ҡалаларҙың береһе – Сталинград тураһында һүҙ алып барасаҡбыҙ.Әйҙәгеҙ, бер аҙ тарихҡа күҙ һалайыҡ. Хәҙерге карталарҙа Сталинград тигән ҡала юҡ, сөнки 1961 йылда уның исеме Волгоград тип үҙгәртелә. Ҡала 1589 йылда Һарыһыу (Сары-Су, Царица) йылғаһы тамағында урынлашып, Царицын исемен йөрөтһә, 1925 йылдан башлап Сталинград тип атала башлай. Хәҙерге Волгоград Волганың уң яҡ яры буйлап 70 километрға һуҙылған. Һуғышҡа тиклем Сталинград ҡәҙимге ҡала була: 445,5 мең кеше йәшәй, экономик хәле буйынса РСФСР-ҙа 6-сы урынды биләй, мәҙәни һәм рухи яҡтан бай була. Ә ни өсөн ул герой-ҡала тигән маҡтаулы исемгә лайыҡ булған, нисек уйлайһығыҙ? (Уҡыусыларҙың яуабы.) Белеүегеҙсә, 2023 йылдың 2 февралендә Бөйөк Ватан һуғышында Сталинград өсөн барған бәрелештәрҙә еңеүгә 81 йыл була. Икенсе донъя һуғышында боролош булараҡ Сталинград алышы донъя тарихына бик ҙур йоғонто яһай. Сталинград һуғышында еңеү Ҡыҙыл Армия һуғышсыларының батырлығы, тылдың ойошҡанлығы, кешеләрҙең фиҙаҡәрлеге миҫалы булып 1941 – 1945 йылғы Бөйөк Ватан һуғышы тарихында мәңге һаҡланасаҡ. Ил башлығы исемен йөрөткән ҡаланы алыу өсөн Гитлер ҙур көстәр ебәрә. Сталинградты дошмандар аҙна-ун көн эсендә генә ҡулға төшөрөргә иҫәп тота. Ләкин вермахтың планы тормошҡа ашмай. Ярты йылға һуҙылған ҡан ҡойошло бәрелештә ҡала һаҡлап алып ҡалына. Ниңә Гитлер өсөн Сталинградты яулау бик мөһим була һуң? Был турала сығыш тыңлап китәйек. (Уҡыусыларҙың сығыштары презентация менән оҙатылып бара.)

2-се уҡыусы. Төп сәбәп – Сталинградтың эре сәнәғәт үҙәге булараҡ мөһим стратегик Волга буйында урынлашыуы һәм Рәсәй Үҙәген СССР-ҙың көньяҡ өлкәләре, шул иҫәптән Кавказ һәм Кавказ аръяғы менән тоташтырған ҡала булыуы. Шулай итеп, Сталинградты яулау Германияға, СССР өсөн һыу һәм ер өҫтө мөһим юлдарын киҫеп, Кавказға һөжүм иткән көстәргә ярҙам итеү мөмкинлеген бирә алыр ине. Ниһайәт, Гитлерҙың төп дошманы булған Сталин  исемен йөрөткән ҡаланы баҫып алыу һалдаттарҙы, Рейх халҡын илһамландырыу йәһәтенән дә бик мөһим була.

Уҡытыусы. Афарин! Ә Сталинград алышы тураһында нимәләр беләһегеҙ?

3-сө уҡыусы. Сталинград алышы – Икенсе Донъя һәм Бөйөк Ватан һуғыштарында Ҡыҙыл армия һәм вермахт араһында («күсәр» илдәре менән берлектә) иң мөһим генераль алыштарҙың береһе. Алыш хәҙерге Воронеж, Ростов, Волгоград өлкәләре һәм Ҡалмыҡ Республикаһы биләмәләрендә 1942 йылдың 17 июленән алып 1943 йылдың 2 февраленә тиклем бара. Ваҡиға тарихҡа иң ҡан ҡойғос, масштаблы һуғыш, дәһшәтле көндәр булараҡ инеп ҡалған. Бер туҡтауһыҙ янғын, өҙлөкһөҙ пушка тауышы аҫтында һәр йорт, һәр метр ер өсөн совет һалдаттары 200 көн буйына һуғыша.

Уҡытыусы. Эйе, Сталинград алышы – Бөйөк Ватан һуғышы осорондағы иң ҡаты һәм аяуһыҙ алыш ул. Әйҙәгеҙ, был мәхшәрҙе яҡынса күҙ алдына килтереү өсөн Алексей Сурковтың «Сталинград һаҡсыһы» шиғырын тыңлап китәйек. (Алдан әҙерләнгән студент шиғырҙы яттан һөйләй. Экранда Сталинград алышынан картиналар күрһәтелә.)

4-се уҡыусы.

Утлы ҡараңғылыҡ диңгеҙендә

Йөҙ атака ярға һуғыла.

Үсле һалдат, билдән ергә батып,

Үлем менән ярһып һуғыша.

Утлы йылан төҫлө ҡарсығалар

Уның баш өҫтөнән китмәне,

Намыҫына тоғро булған өсөн,

Ул окобын ташлап сикмәне.

Үлем ғазабының ағыуын сәсеп,

Уға ҡарап танк үкерҙе.

Ул канауға ятып, япа-яңғыҙ

Шундай аждаһаны үлтерҙе!

Ябай һалдатмы ул, генералмы,

Һуғыш йәшенендә сыныҡты,

Тимерҙе көл иткән уттар аша,

Ялҡын аша үтеп, һау сыҡты.

Һуғыш күкрәүҙәре тынды бер саҡ,

Ер йәшәрҙе Еңеү яҙында.

Осрашҡанда, халыҡ сәләм биреп,

Былай тине уның турында:

«Ҡоростоң да ул иң ҡатыһы,

Ул Сталинград һаҡсыһы!».

Уҡытыусы. Афарин, уҡыусылар! Ысынлап та, Сталинградты һаҡлаған һәр һалдатты геройға тиңләп була. 1942 йылдың 22 декабрендә Советтар Союзында «Сталинградты обороналаған өсөн» миҙалы булдырыла. 1995 йылдың 1 ғинуарына ҡарата миҙал менән 759 561 кеше бүләкләнә.

5-се уҡыусы. Сталинград һаҡсылары араһында яҙыусы, журналист һәм тәржемәсе Ғәйнан Әмири ҙә була. Әҙип легендар ҡалала барған һуғыш утында ҡайнай, күп ҡатлы йорттарҙың – балсыҡҡа, таштарҙың көлгә әйләнеүен, тимерҙәрҙең иреп ағыуын күрә. Ул шунда утта-һыуҙа янмаҫ Сталинград һалдаты ҡаһарманлығының йәнле шаһиты ла була.

Мин күрҙем: һуғыш ҡырында

Бронялар бөгөлөп төшә.

Әйләнә таштар туҙанға,

Нигеҙенән тауҙар күсә.

Тик һалдат ҡала урынында

Тере йә үле көйө.

«Һәр аҙым ер – илем, – ти ул, –

Һәр окоп – тыуған өйөм». («Утлы йылдар ауазы») 

6-сы уҡыусы. Бындағы алыштарҙың Бөйөк Ватан һуғышында хәл иткес булыуҙарын аңлаған И.В. Сталин 1942 йылдың июле аҙағында бөгөн дә киң билдәле «Бер аҙым да сигенмәҫкә!» тигән 227-се бойороғон сығара. 1943 йылдың февраленә тиклем СССР Сталинград өсөн 1 129 619 яугирын, ә Германия 850 мең һалдатын ҡорбан итә. Вермахттың 24 генералы, 2 500 офицеры, 91 меңдән ашыу һалдаты әсиргә төшә. Германия өс көнлөк матәм иғлан итергә мәжбүр була. СССР-ҙы тәүге оло сәйәси әһәмиәткә эйә еңеүе менән АҠШ президенты Рузвельт, Великобритания премьер-министры Черчилль һәм король Георг VI ҡотлай. Улар, СССР-ҙың еңелмәҫен күреп, икенсе фронт асыуҙы йәһәтләй.

7-се уҡыусы. Сталинград янындағы ҡаты һуғышта беҙҙең меңдәрсә яҡташыбыҙ ҡатнаша. 1942 йылдың майында Башҡортостандан Сталинградты һаҡлауға зенитсы, пулеметсы, прожекторсы, элемтәсе, шәфҡәт туташы булып 3745 комсомол ҡыҙ ебәрелә. Совет ғәскәрҙәренең Сталинград янындағы һөжүмендә легендар 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы ла ҡатнаша. 1942 йылдың 19 – 25 ноябрендә Обливская станцияһы өсөн һуғышта дивизия частары тиҫтәнән ашыу биләмәне азат итә. 26 ноябрҙән улар дошмандың 3 меңдән ашыу һалдатын һәм офицерын әсирлеккә алып һәм ҡыйратып, 100-ҙән ашыу танкыһын, 500 автомашинаһын юҡ итә, 300 километрҙан ашыу юл үтә.

8-се уҡыусы. 1943 йылдың ғинуарында 44-се гвардия уҡсылар дивизияһының 13 яугире үлемһеҙ батырлыҡ ҡыла. Тимер юл ҡасабаһы ситендә өс йортто яулап алып, улар, көстәр тигеҙ булмаһа ла, көн буйы дошмандың пехота ротаһына һәм танкыларына ҡаршы һуғыша. Немецтар йорттарҙы уратып ала, нигеҙенә һалам һалып, ут төртә. Гвардиясылар янғында һәләк була, әммә дошманға бирелмәй. Улар араһында ике яҡташыбыҙ – Мәләүез районынан уҡытыусы Зөбәй Үтәғолов менән Ҡалтасы районынан колхозсы Тимерәй Көбәкәев та – була. Ҡаһарманлыҡ ҡылған гвардиясыларҙың барыһына ла Советтар Союзы Геройы исеме бирелә.

Уҡытыусы. Эйе, ҡайҙа ғына ташламаған да ниндәй генә бурыстар йөкмәтмәгән һуғыш әҙәм балаһына. Мин һеҙгә үҙемдең яугир олатайҙарым тураһында һөйләп үтмәксемен. (Уҡытыусы сығышы ваҡытында экранда фотоһүрәттәр күрһәтелеп бара.) Ул минең олатайым, Әбйәлил районы Үтәгән ауылынан Әсғәт Кәбир улы Йәһүҙиндың да, яҙмышын ҡырҡа бороп, башҡа тиҫтерҙәре артынан тыуған еренән айыра. Олатайым, 1942 йылдың 6 мартында фронтҡа алынып, Сталинград ҡалаһы янында барған алыштарҙа ҡатнаша. Тыуған еренә, туғандары, кәләше янына әйләнеп ҡайтырға яҙмай һалдатҡа, шул йылдың 24 авгусында һәләк була.

Әсғәт олатайымдың хаттарында шиғри юлдар бик күп. Ул нескә хисле, шиғри күңелле кеше була. Бына уның кәләшенә, 17 йәшлек һылыу Бибинурға, яҙған хаттарындағы ҡайһы бер юлдар.

Һин аңларһың, бәғерем, һуғыш булғас,

Юғалтыуһыҙ еңеү булмаҫын.

Ҡайта алмаһам, миңә һин рәнйемә,

Күңелдәрең бойоҡ булмаһын.

Меңдән берәү ҡайтыр, мин булмамын,

Шулай тоя минең йөрәгем.

Тыуған илем өсөн ҡорбан булһам,

Ниҙәр күреп йәшәр һөйгәнем.

Олатайым ата-әсәһе, туғандары, һөйгәне  хәтерендә мәңге ун туғыҙ йәшлек егет булып ҡалды.Тыуған иле өсөн вафат булғандан һуң 71 йыл  үткәс кенә туғандары уның ҡайҙа ерләнгәнен белә алдылар. Был көн улар өсөн байрам һымаҡ булды.

Ә икенсе олатайым, Әбйәлил районы Һәйетҡол ауылы егете Мөхәмәтов Биктимер Мөхәмәт улы, 1943 йылда 17 йәшенән генә фронтҡа алына. 1943 йылдың апрель-ноябрь айҙарында уға үҙ күҙҙәре менән һуғыш үткән Сталинградты күрергә тура килә. Был турала ул үҙенең көндәлегендә былай тип яҙа: «Беҙ Сталинград ҡалаһын төҙөк һәм мәғрүр баҫып торған хәлдә күрергә теләһәк тә, ул бөтөнләй емерелгән булып сыҡты. Ер өҫтөндә бомба, снаряд, мина төшмәгән урын юҡ.Ҡаланың тирә-яғында йырғанаҡтар күп булып, уларҙың тәрәнлеге 30 – 40 метрға тиклем етә ине. Был йырғанаҡтар текә ярлы, ярҙың ике яғында ла блиндаждар. Һәр квадрат сантиметр ер снаряд ярсығы менән телгеләнгән, йырғанаҡтар, блиндаждар эсе үлек кәүҙәләре менән тулған. Көн йылыныу арҡаһында үлектәр һаҫый башлағандар, ҡала ваҡыты-ваҡыты менән мәйет еҫе менән тула, тын алыуы ауыр. Бигерәк тә Сталинград эргәһендәге Мамай ҡурғанында һуғыш көслө булған. Бында ер аҫтынан тик штыктар ғына һерәйеп сығып торалар. Был штыктар окоптарҙа ултырған, бомбаға тотолған ваҡытта ер аҫтына күмелеп ҡалған һалдаттарҙың штыктары ине. Ҡурғандың тышында Сталинград өсөн һуғышта һәләк булған һалдаттарҙы ерләр өсөн 6 ҙур соҡор ҡаҙылған, ағастан ваҡытлыса һәйкәл ҡуйылған. Һуңынан миңә күп кенә урындарҙа, Украинанан алып Германияғаса, булырға тура килде, ләкин башҡаса Сталинград кеүек емерелгән ҡала күрмәнем».

9-сы уҡыусы. Икенсе донъя һуғышындағы хәл иткес боролош булараҡ Сталинград алышы донъя тарихына бик ҙур йоғонто яһай. Кинематографияла, әҙәбиәттә, музыкала был темаға йыш мөрәжәғәт итәләр. Күп кенә донъя ҡалаларында Сталинград алышы хәтере менән бәйле урамдар, проспекттар, майҙандар бар. Сталинград алышы һәйкәлдәре башлыса Волгоградта урынлашҡан, уларҙың иң билдәлеләре «Сталинград алышы» музей-ҡурсаулығы составына ингән: Мамаев ҡурғанындағы «Ватан-әсә саҡыра» һәйкәле, «Сталинград тирәһендә немец-фашист ғәскәрҙәрен ҡыйратыу» панорамаһы, Гергардт тирмәне. 1995 йылда Волгоград өлкәһе Городище районында «Россошки» һалдат зыяраты булдырыла. Әлеге зыяратта шулай уҡ немец һалдаттарының ҡәберлеге бар, унда иҫтәлекле билдә ҡуйылған. (Ҡаланың иҫтәлекле урындары экранда күрһәтелә.)

Уҡытыусы. Ошо урында республикабыҙҙың баш ҡалаһына ла туҡталып китәйек. 2020 йылдың 2 июлендә Өфө РФ Президенты указы менән «Хеҙмәт ҡаһарманлығы ҡалаһы» почетлы исеменә лайыҡ булды. Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында тыл эшсәндәренең батырлығы хөрмәтенә Ағиҙел ярында, Салауат Юлаев проспекты, Сочи һәм Яр буйы урамдары янындағы төҙөкләндерелгән майҙанда 20 метр бейеклектәге стела ҡуйылды. Быйыл 3 ноябрҙә, Халыҡтар берҙәмлеге көнө уңайынан, стеланы асыу тантанаһы уҙҙы. «Берҙәмлек илебеҙ халҡына ауыр һынауҙарҙы йырып, кешелек тарихындағы ҡот осҡос һуғышта еңеп сығырға ярҙам итте», – тип билдәләне үҙ сығышында республика Башлығы Радий Хәбиров. (Экранда стела сағылдырыла.)

Уҡыусылар, күреүебеҙсә, бер кем дә, бер нәмә лә онотолмаған. Һуғыш һәм хеҙмәт ветерандарының тормош юлы – ҡаһарманлыҡ өлгөһө ул. Улар Тыуған илебеҙ өсөн ғүмерҙәрен йәлләмәгән кеүек, һеҙ ҙә үҙ Ватанығыҙҙы яратып, кешелекле һәм кеселекле булып үҫерһегеҙ, тип ышанам.

 

Автор:Альфия Сагитова
Читайте нас: