Бөтә яңылыҡтар
Новости
8 Февраль 2023, 14:25

Иҫ киткес һеҙ, тыуған моңдар!

 «Йыр – йөрәккә ял», «Йыр – кешенең юлдашы», «Һүҙ – көмөш,  йыр – алтын» - йырҙар хаҡында халҡыбыҙ тарафынан бына шундай тапҡыр,  әллә күпме аҡыллы һүҙҙәр әйтелгән. Ә һуң йыр үҙе батырлыҡтың нигеҙе бит. Моңға арбалып йәш күңелдә йыр яңырһа, өр-яңы ижад тыуһа ғәжәпме ни?!

Иҫ киткес һеҙ,  тыуған моңдар!
Иҫ киткес һеҙ, тыуған моңдар!

       Гөлли Фәхреева – Силәбе өлкәһенең Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге әҙәби берекмәһенең тоғро дуҫы, Силәбе тарафтарында рухи мәҙәниәтте үҫтереүҙә ышаныслы терәге.

Мәҙәниәт колледжында уҡыған сағында Силәбе сәнғәт институтында Татарстандың атҡаҙанған артискаһы Нәзифә Хәбибуллина етәкләгән «Гүзәл»  ансабленең  солисткаһы була. 2012 йылда Магнитогорск ҡалаһында үткән Төбәк-ара «Һылыуҡай» конкурсында лауреат –  «Моңло һылыуҡай» тигән исем яулай.   2017 йылда Башҡоростанда Нефтекама ҡалаһында Фәриҙә Ҡуҙашева исемендәге Халыҡ-ара вокалистар конкурсыда дипломант. 

         Уның репертураында «Бөҙрә тал», «Дим буйы», «Таштуғай», «Элмәлек»   кеүек оҙон көйлө халыҡ йырҙары, «Балҡан тау» ҡобайыры.    Таңһылыу Ҡарамышева шиғырына Салауат Низаметдинов яҙған «Күҙ нурым», Марат Кәримов шиғырына Ризван Хәкимов яҙған «Һандуғас», Хәбибулла Фәтхуллин һүҙҙәренә Сәлих Сәйҙәшев ижад иткән  «Хуш ауылым»  һ.б. ошондай халыҡ ижадының гәүһәрҙәренә тиң классик йырҙарҙы башҡара.

         3 февралдә йәш дуҫыбыҙ сираттағы ижад үрҙәренә артылды – П.И.Чайковский исемендәге Көнъяҡ Урал дәүләт сәнғәт институтының  «Халыҡ йыр сәнғәте» бүлеген уңышлы тамамланы.

  «Йырлы күңел – нурлы күңел», тигәндәй, барлыҡ рухташтар исеменән киләсәктә лә ижад һәм йыр-моң ҡәлбендә ирәйеп-тирбәлеп йәшәүҙе теләйбеҙ!

 

Ҡамса Мортазин,

Силәбе өлкәһенең Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге әҙәби берекмә етәксеһе.

    

Иҫ киткес һеҙ,  тыуған моңдар!
Иҫ киткес һеҙ,  тыуған моңдар!
Иҫ киткес һеҙ,  тыуған моңдар!
Иҫ киткес һеҙ,  тыуған моңдар!
Иҫ киткес һеҙ,  тыуған моңдар!
Иҫ киткес һеҙ, тыуған моңдар!
Автор:Альфия Сагитова
Читайте нас: