– Атай, күҙеңде йомған килеш ҡултамғаңды ҡуя алаһыңмы?
– Эйе.
– Улайһа, минең көндәлегемә ҡуй әле.
* * *
Уҡытыусы:
– Данис, ҡыҫала һымаҡтар класына нимәләр инә?
Данис:
– Ҡайсы.
* * *
Уҡытыусы:
–Уҡыусылар, яһалма балды нимәнән яһайҙар?
–Яһалма сәскәләрҙән.
* * *
Уҡытыусы – уҡыусынан:
– Ни өсөн өйгә эштәреңде гел атайың эшләй?
– Әсәйемдең башҡа эштәре күп бит.
* * *
Уҡытыусы:
– Доктор һүҙенең синонимы нисек була?
Уҡыусы:
– Айболит.
* * *
Рәсем дәресендә уҡытыусы өй эштәрен тикшерә. Әлфиәнең рәсемен ҡарағас:
– Ә һин ниндәй рәсем яһаның? – тип һорай.
– Океан...
– Тулҡындары юҡ бит.
– Был бит Тымыҡ океан.
***
Беренсе синыфҡа барған уҡыусынан ата-әсәһе:
– Шунан, улым, беренсе көн оҡшанымы?
– Атай, күҙеңде йомған килеш ҡултамғаңды ҡуя алаһыңмы?
– Эйе.
– Улайһа, минең көндәлегемә ҡуй әле.
* * *
Уҡытыусы:
– Данис, ҡыҫала һымаҡтар класына нимәләр инә?
Данис:
– Ҡайсы.
* * *
Уҡытыусы:
–Уҡыусылар, яһалма балды нимәнән яһайҙар?
–Яһалма сәскәләрҙән.* * *
Уҡытыусы – уҡыусынан:
– Ни өсөн өйгә эштәреңде гел атайың эшләй?
– Әсәйемдең башҡа эштәре күп бит.
* * *
Уҡытыусы:
– Доктор һүҙенең синонимы нисек була?
Уҡыусы:
– Айболит.
* * *
Рәсем дәресендә уҡытыусы өй эштәрен тикшерә. Әлфиәнең рәсемен ҡарағас:
– Ә һин ниндәй рәсем яһаның? – тип һорай.
– Океан...
– Тулҡындары юҡ бит.
– Был бит Тымыҡ океан.
***
Беренсе синыфҡа барған уҡыусынан ата-әсәһе:
– Шунан, улым, беренсе көн оҡшанымы? – тип һорай.
– Беренсееее? Иртәгә лә тағы шунда барырға тимәксегеҙме? – тип яуаплаған малай.
***
Биология дәресенән һуң синыфташтар һөйләшә:
– Ишеттегеҙме, Айнур контроль эшенән “икеле” алған!
– Ысынмы? Ә ниңә?
– Күсергәне өсөн. Уҡытыусы уны үҙенең ҡабырғаларын һанап ултырған ваҡытта күреп ҡалған.
***
– Доктор, минең улымдың күҙҙәре ҡылыйланып бара шикелле ул.
– Ул тыумыштан шулай инеме?
– Юҡ, дәрестә күршеһенән күсерә.
***
Уҡытыусы:
– Әгәр һиңә дуҫың бер бесәй балаһы бирһә, күршеләрең тағы икәүҙе бүләк итһә, үҙең урамдан дүрт бесәй балаһы табып алһаң, һиндә бөтәһе нисәү була?
– Туғыҙ.
– Туҡта, әйҙә икенсе төрлө итеп иҫәпләп ҡарайыҡ. Мин һиңә бер ҡарбуз бирәм, аҙаҡ икене, ә унан һуң тағы дүрт ҡарбуз бирәм икән ти. Һиндә бөтәһе нисә ҡарбуз була?
– Һигеҙ.
– Шулай булғас һуң! Ә бесәй балалары ниңә туғыҙ?
– Туғыҙ шуууул, минең өйҙә берәү бар бит. Уны ҡайҙа итәйем?
***
Улы әсәһенә:
– Минең мәктәпкә барғым килмәй! – тип мыжый икән.
- Ниңә?
- Әпәт Әхмәтов аяҡ саласаҡ, Ҡәҙершин рогатканан атасаҡ, ә теге хулиган Мәргәнов миңә китаптар ырғытасаҡ! Юууҡ, бармайым!
- Былай булмай, улым. Беренсенән, һиңә 50 йәш тулды, ҙурһың инде. Икенсенән, һин – мәктәп директоры!
***
– Атай, бөгөн мәктәптә беҙгә грипҡа ҡаршы укол һалдылар!
– Маладис, ҡыҙым! Иламағанһыңдыр ул?
– Юҡсы, улар мине ҡыуып етә алманылар ул.
***
Директор, мәктәп баҫҡысының тотонғостары сәнскеле тимер менән уратылғанын күреп, хайран ҡала. Шаңҡыған хужаны күреп, ҡарауылсы бабай , ғәйепле төҫ менән:
– Балалар тотонғостан шыуып төшөргә әүәҫләнеп китте. Шул тиклем шәп тиҙлектә төшөп китәләр, имгәнеп, йә үлеп ҡуйырҙар, тип ҡурҡам.
– Сәнскеле тимерҙәрҙе шәп уйлап тапҡанһығыҙ, хәҙер шыуыуҙан туҡтарҙар.
– Юҡ та! Туҡтауын туҡтамаҫтар, әҙерәк тиҙлектәрен кәметер, исмаһам!
***
Уҡытыусы Әлтәфте әрләй:
– Һин нимәшләп кисә уҡырға килмәнең?!
– Әсәйем салбарҙарымды йыуғайны.
– Шунан?
– Мин өйөгөҙ эргәһенән үтеп бара инем. Ҡараһам, салбарығыҙ эленеп тора. Һеҙ ҙә мәктәпкә килмәҫһегеҙ, тип уйланым.
***
Ауыл мәктәбендә инглиз теле дәресе бара.
Уҡытыусы:
– Фәттәхов, әйтеп ебәр әле, инглиз телендә ишек нисек була?
Фәттәхов:
– Dwear.
Уҡытыусы:
– What eto da!
***
География дәресе. Уҡытыусы:
– Динар, Панама каналы тураһында нимәләр ишеттең?
– Бер нәмә лә. Беҙҙең телевизор ундай каналды тотмай.