Бөтә яңылыҡтар
Новости
17 Апрель 2023, 11:05

Уҡыусыларҙың башланғыстары хуплана

Башҡортостанда уҡыусыларҙың инициатива проекттарын финанслау ғәмәлгә индерелә. Хәҙер уҡыусылар үҙҙәре ниндәй проблеманы хәл итеүҙе билдәләй һәм инициатива проекттарын тәҡдим итә ала. Проекттарҙы финанслау республика һәм муниципаль бюджет, шулай уҡ бағыусылар ярҙамында тормошҡа ашырыласаҡ.

Уҡыусыларҙың башланғыстары хуплана
Уҡыусыларҙың башланғыстары хуплана

Ишҡол урта мәктәбе уҡыусылары ла ошо конкурста ҡатнашыуҙы хупланылар. Был проектка 14 йәше тулған 8 – 11 класс уҡыусылары ҙур теләк менән ҡушылды. Улар биш проект тәҡдим итте: "Психологик ял итеү бүлмәһе һәм майҙансығы" , "Саф һауа һәм һыу менән тәьмин итеү", "Музыкаль студия", "Заманса химия кабинеты", "Заманса информатика кабинеты".

Проекттар бик ҡыҙыҡлы һәм һәр береһе үҙенсәлекле ине. Яҡлау бик сағыу һәм әүҙем барҙы. Конкурста ҡатнашыусылар үҙ эштәрен ышаныслы яҡланы. Уҡыусыларҙың сығыштарын беҙ ҡыҙыҡһынып, һоҡланып һәм ғорурланып ҡарап ултырҙыҡ. Сығыштарҙан һуң тауыш биреү үткәрелде.


Һөҙөмтәләр буйынса "Психологик ял итеү бүлмәһе һәм майҙансығы" проекты еңеп сыҡты.


Мәктәп кимәлендә проектты ышаныслы яҡлаған еңеүсе командаға артабан да уңыштар теләйбеҙ. Маҡсатыбыҙға ирешеп, хыялдарыбыҙҙы тормошҡа ашырырға яҙһын!

Динара Әбүзәрова, Әбйәлил районының Ишҡол мәктәбе уҡытыусыһы.

Уҡыусыларҙың башланғыстары хуплана
Уҡыусыларҙың башланғыстары хуплана
Уҡыусыларҙың башланғыстары хуплана
Уҡыусыларҙың башланғыстары хуплана
Уҡыусыларҙың башланғыстары хуплана
Автор:Гульшат Байназарова
Читайте нас: