Шунса байрам бергә булғас, байрам тантанаһы ишек алдында уҡ күңелле көйҙәр менән башлана. Ишектән инеүгә милли кейемдәге ҡыҙҙарҙы, егеттәрҙе күрәһең, милли биҙәкле күлдәктәр кейгән, селтәр, һаҡалдар таҡҡан әсәй-өләсәйҙәрҙең күплегенә һөйөнәһең.
"Заман" республика йәштәр медиафорумына Өфө ҡалаһы, республиканың ҡала-район мәктәптәре уҡыусылары йыйылған. Ойоштороусылар билдәләүенсә,туған телде өйрәнеүгә йәштәрҙе, киң йәмәғәтселекте йәлеп итеү, телмәр мәҙәниәтен күтәреү, башҡорт телен артабан үҫтереүгә булышлыҡ итеү сараның төп маҡсаты итеп ҡуйылған. Заманса ҡарашлы, ҡыйыу фекерле йәш етәксе-лицей директоры Мөхәмәтжанова Оксана Нурғәли ҡыҙы етәкләгән коллективтың 2-се тапҡыр үткәргән республика медиафорумына әҙерлеге юғары кимәлдә.
"Заман" республика медиафорумы программаһына һәм фотоһүрәттәргә ҡарап, сараны дөйөм күҙ алдына баҫтырырға мөмкин.