Новости
28 Мая 2023, 13:16

"Башҡортостан уҡытыусыһы" дуҫтары менән көслө!

Бөгөн, Халыҡ-ара китап йәрминкәһенең 3-сө көнөндә, "Башҡортостан уҡытыусыһы" ижтимағи-педагогик һәм фәнни-методик журналы үҙенең  яҡын дуҫтары, авторҙары, фекерҙәштәре менән йәнле осрашыу үткәрҙе.

"Башҡортостан уҡытыусыһы" дуҫтары менән көслө!"Башҡортостан уҡытыусыһы" дуҫтары менән көслө!
"Башҡортостан уҡытыусыһы" дуҫтары менән көслө!

Сарала журналдың редколлегия ағзалары, республикабыҙҙың күренекле ғалимдары, билдәле журналистар һәм алдынғы уҡытыусылар ҡатнашты. Баш мөхәррир Салауат Ғайса улы Кәримов, һөйләшеүҙе асып, республика баҫмалары араһында "Башҡортостан уҡытыусыһы" журналының тотҡан урыны хаҡында әйтеп үтте. Артабан һүҙҙе мәртәбәле ҡунаҡтар алды. Журналдың яҡын дуҫы, даими авторы Фәнзил Бүләк улы Санъяров, республика мәғарифы өлкәһендә журналдың роле тураһында һөйләгәндән һуң, ҡурай моңо менән сәләмләне һәм сарала ҡатнашыусы балаларҙы халҡыбыҙҙың милли ҡоралы менән таныштырҙы.
Мәғариф ветерандары Ғәлиә Мөхтәр ҡыҙы һәм Самат Әбдрәхим улы Мөхәмәтйәновтар, М.Б. Юлмөхәмәтов, З.М. Ғәбитова, И.И. Вәлиев, Ғ.С. Ҡунафин, Ф.Ҡ. Әсәҙуллина бер быуатлыҡ тарихы булған журналдың бай йөкмәткеле, алдынғы ҡарашлы булыуын, лайыҡлы абруйын һыҙыҡ өҫтөнә алды.

Республиканың инвалид балаларға дистанцион белем биреү үҙәгенең башҡорт теле уҡытыусыһы Ҡолмөхәмәтова Гөлсәсәк Ҡорбанғәле ҡыҙы күрһәткән оҫталыҡ дәресе балаларҙың да, ололарҙың да күңеленә хуш килде. Шулай уҡ журналыбыҙҙың элекке хеҙмәткәре Әминә Сәмиғулла ҡыҙы Раҡаева балалар менән бармаҡ уйындары ойошторҙо, ә Мирас Үҙәнбаев сараны күңелле ҡурай, думбыра моңдары менән биҙәне. Бейеүсе ҡыҙҙар янына портреттар эшләү оҫтаһы Әлиә Кутлованың ҡушылып китеүе байрам ҡунаҡтарын дәртләндереп ебәрҙе. Ҡул эштәре оҫтаһы Әлфиә Хамматованың күргәҙмәһе иһә байрамды милли һулыш өҫтәне. "Китап байрамы" сиктәрендә ойошторолған күркәм осрашыу күмәк фотоға төшөү менән тамамланды.

Автор:Гульшат Байназарова
Читайте нас