Новости
31 Мая 2023, 06:39

Башҡортостанда «АСТ» электр селтәре компанияһы ярҙамында мәктәп уҡыусыларының физика буйынса асыҡ олимпиадаһы үтте

Башҡортостан Республикаһында тәүге «АСТ» электр селтәрҙәре компанияһы ярҙамында мәктәп уҡыусыларының «Физика буйынса асыҡ олимпиадаһы» үтте, унда Рәсәйҙең төрлө төбәктәренән 1000-дән ашыу уҡыусы ҡатнашты. 200-ҙән ашыу еңеүсе һәм призер физика өлкәһендә юғары белем кимәлен күрһәтә алды.

Башҡортостанда «АСТ» электр селтәре компанияһы ярҙамында мәктәп уҡыусыларының физика буйынса асыҡ олимпиадаһы үттеБашҡортостанда «АСТ» электр селтәре компанияһы ярҙамында мәктәп уҡыусыларының физика буйынса асыҡ олимпиадаһы үтте
Башҡортостанда «АСТ» электр селтәре компанияһы ярҙамында мәктәп уҡыусыларының физика буйынса асыҡ олимпиадаһы үтте

– Бындай сараларҙы үткәреүҙең мөһимлеге мәктәп, юғары уҡыу йорто һәм предприятие араһында бәйләнештәрҙе нығытыуға ҡайтып ҡала. Күп кенә уҡыусылар өсөн олимпиадаларҙа ҡатнашыу мәктәптән университетҡа күсеү осоро, уҡыу эшмәкәрлегендә төп йүнәлештәр предметтарын өйрәнеүгә стимул булып тора. Мәктәп, юғары уҡыу йорто һәм предприятие араһында үҙ-ара эш итеү мөмкинлектәре лә мөһим аспект булып тора. Әлбиттә, уҡыусыларға артабан белем алыу һәм карьера яһау өсөн үҙ белемдәрен, оҫталыҡтарын күрһәтеү һәм файҙалы тәжрибә туплау мөмкинлеге, – тип һөйләне Башҡортостан Республиканың мәғариф һәм фән министры Айбулат Хажин.
Олимпиадала 7 – 11 класс уҡыусылары ҡатнашты. Олимпиада еңеүселәре һәм призерҙары грамоталар, смарт-сәғәттәр, пауэрбанктар һәм башҡа приздар менән бүләкләнде, ә ҡатнашыусылар физика буйынса Асыҡ олимпиадала ҡатнашыусы сертификаты һәм киләһе йылда ҡатнашыуға саҡырыу алды.
Электр энергетикаһы тармағы иң мөһимдәренең береһе булып тора, уның техник торошонан, ҡулланыусыларҙың электр селтәрҙәренә ваҡытында инеүен һәм уларҙы конкурент хаҡы буйынса энергия менән тәьмин итеүҙә күп осраҡта Рәсәйҙә йәшәү сифаты, илдең инвестициялар йәлеп итеүсәнлеге һәм милли иҡтисадтың үҫеше тора.
– Рәсәй электр энергетика компаниялары тарафынан хәл ителгән бурыстар араһында квалификациялы кадрҙар әҙерләү һәм тәрбиәләү мәсьәләләре беренсе урында тора. Айырыуса улар ҡулланыусылар һәм урындағы етештереүсе компаниялар өсөн актуаль һорау. «АСТ» компанияһы, кадрҙар мәсьәләһен хәл итеүҙең мөһимлеген үҙ тәжрибәһендә аңлап, кадрҙар резервын ойошторорға тырыша, – тип һөйләне «АСТ» компанияһының директорҙар советы рәйесе Андрей Зензин.
Билдәләп үтергә кәрәк: компания бынан алда Фатима Мостафина исемендәге 20-се Өфө ҡала башҡорт гимназияһы өсөн интерактив ҡорамал һатып алды, 2,8 миллион һумдан ашыу суммаға профилле класты ремонтланы. Шулай уҡ ҡатнашыусылар өсөн олимпиада бушлай, онлайн-платформа ойоштороу буйынса бөтә сығымдарҙы һөнәри йүнәлеш эше сиктәрендә профилле ойошма үҙ өҫтөнә алды.
Олимпиаданы ойоштороусылар булып Өфө фән һәм технологиялар университеты, Фатима Мостафина исемендәге 20-се Өфө ҡала башҡорт гимназияһы һәм «Технология системаларын автоматлаштырыу» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте сығыш яһаны.

Башҡортостанда «АСТ» электр селтәре компанияһы ярҙамында мәктәп уҡыусыларының физика буйынса асыҡ олимпиадаһы үтте
Башҡортостанда «АСТ» электр селтәре компанияһы ярҙамында мәктәп уҡыусыларының физика буйынса асыҡ олимпиадаһы үтте
Автор:Гульшат Байназарова
Читайте нас