Бөтә яңылыҡтар
Новости
31 Май 2023, 16:26

Исеме – халыҡ хәтерендә

31 майҙа М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетында Башҡортостан һәм Рәсәй тюркологияһында ғына түгел, донъя кимәлендә танылыу яулаған телсе ғалим, полиглот Талмас Мәғсүм улы Ғариповтың тыуыуына 95 йыл тулыуға арналған бөтә Рәсәй фәнни-ғәмәли конференцияһы үҙ эшен башланы.

Исеме – халыҡ хәтерендә
Исеме – халыҡ хәтерендә
Ҙур сарала Башҡортостан Республикаһы юғары уҡыу йорттары ғалимдарынан, колледж, мәктәп уҡытыусыларынан тыш, Ҡырғыҙстандан, Ҡаҙағстандан, Дағстандан, Калининград ҡалаларынан килгән билдәле ғалимдар ҙа ҡатнашты. 
Конференция профессор Талмаҫ Ғарипов исемендәге аудиторияны асыу менән башланды (М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетының 3-сө корпусындағы 303-сө аудитория).
Сараның был өлөшөндә М. Аҡмулла исемендәге БДПУ проректоры А.Ф. Мостаев, рус теле һәм өҫтәлмә лингвистика кафедраһы мөдире Г.Ф. Кудинова, башҡорт филологияһы деканы Л.М. Хөсәйенова, ғалимдың улы, Рәсәй фәндәр академияһының Өфө биология институты хеҙмәткәре Т.Т. Ғарипов, Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай вәкиле Р.М. Әсәҙуллин, Өфө фәндәр һәм технологиялар университеты профессоры В.Л. Ибраһимовалар сығыш яһаны. Улар Талмас Мәғсүм улының фәнни эшмәкәрлегенең киң һәм төплө булыуын, ул башҡарған һәм ойошторған эштәрҙең дауамлы икәнлеген һыҙыҡ өҫтөнә алды. Ғалим әҙерләгән күп һанлы аспиранттар уның иҫ киткес матур кешелек сифаттарына айырым туҡталды.
Конференцияның пленар ултырышында М. Аҡмулла исемендәге БДПУ проректоры С.А. Гәрәева, филология фәндәре докторы М.Ж. Кейекбаев, И. Кант исемендәге Балтика федераль университеты профессоры А.А. Камалова, филология фәндәре докторы, татар теле һәм әҙәбиәте кафедраһы мөдире И.С. Насипов, филология фәндәре докторы, Башҡортостан Республикаһы фәндәр Академияһы ағза-корреспонденты Ф.Ғ. Хисаметдинова ҡатнашты. Артабан эш секцияларҙа дауам итте.
Белешмә. 
Ғарипов Талмас Мәғсүм (31 июль 1928 йыл — 19 май 2022 йыл) — тел белгесе, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһының мөхбир ағзаһы (1991), филология фәндәре докторы (1974), профессор (1979). Рәсәй Федерацияһының (1992) һәм Башҡорт АССР-ының (1983) атҡаҙанған фән эшмәкәре, Рәсәй Федерацияһының почётлы юғары һөнәри белем биреү хеҙмәткәре (2003), СССР-ҙың юғары белем биреү отличнигы (1979). Бадминтон буйынса БАССР-ҙың тәүге чемпионы. (1966); 1965 — 1981 йылдарҙа БАССР‑ҙың бадминтон буйынса йыйылма командаһы тренеры.
Талмас Мәғсүм улы Ғарипов Мәскәү ҡалаһында 1928 йылдың 31 июлендә тыуған. 1952 йылда Мәскәү дәүләт университетын тамамлаған. 1956—1965 йылдарҙа СССР Фәндәр Академияһының Башҡортостан филиалы Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтында эшләй, 1957 йылдан ғилми секретарь була, 1960 йылдан — сектор мөдире, 1965 йылдан — өлкән ғилми хеҙмәткәр. 1966 йылдан Октябрҙең 40 йыллығы исемендәге Башҡорт дәүләт университетында: 1968 йылдан — дөйөм тел ғилеме һәм рус теле кафедраһы, 1977 йылдан — рус теле һәм сағыштырма тел ғилеме кафедраһы мөдире. 1980 йылдан — М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетында уҡыта: 2010 йылға тиклем дөйөм тел ғилеме кафедраһы мөдире була. Талмас Ғарипов — бадминтон буйынса БАССР-ҙың тәүге чемпионы (1966); 1965 —1981 йылдарҙа БАССР-ҙың бадминтон буйынса йыйылма командаһы тренеры.
Ғалим 2022 йылдың 19 майында Өфө ҡалаһында вафат була.
Урал-Волга буйы төрки телдәрен сағыштырма-тарихи өйрәнеүгә, башҡорт теленең грамматикаһы, этимологияһы проблемаларына, тел-ара бәйләнештәргә, социолингвистикаға, башҡорт тел ғилеме тарихына, шәрҡиәткә арналған. Талмас Ғарипов тарафынан башҡорт һәм татар телдәренең, уларҙың диалекттары һәм һөйләштәренең фонетикаһы, морфологияһы һәм лексикаһының уртаҡ һәм айырмалы билдәләре асыҡлана («Урал-Волга буйының ҡыпсаҡ телдәре. Синхроник һәм диахроник ҡылыҡһырлау тәжрибәһе» («Кыпчакские языки Урало-Поволжья. Опыт синхронической и диахронической характеристики»; 1979). 550-нән ашыу фәнни хеҙмәт авторы. (Материалдар Башҡорт Википедияһынан алынды.)

Г.Ф. Шаһиева, бүлек мөхәррире.
Исеме – халыҡ хәтерендә
Исеме – халыҡ хәтерендә
Исеме – халыҡ хәтерендә
Исеме – халыҡ хәтерендә
Исеме – халыҡ хәтерендә
Исеме – халыҡ хәтерендә
Исеме – халыҡ хәтерендә
Исеме – халыҡ хәтерендә
Исеме – халыҡ хәтерендә
Исеме – халыҡ хәтерендә
Исеме – халыҡ хәтерендә
Исеме – халыҡ хәтерендә
Исеме – халыҡ хәтерендә
Автор:Гульшат Байназарова
Читайте нас: