

Семинарҙа Силәбе, Ырымбур, Ҡурған, Һамар өлкәләре, Татарстан Республикаһы, Пермь крайы һәм Ҡаҙағстан Республикаһы вәкилдәре ҡатнашты.
Гимназияның тормошо һәм эшмәкәрлеге менән ҡунаҡтарҙы учреждение директоры Б.И. Зинуров таныштырҙы. Ул уҡыу йортоноң уңыштары, уҡыусыларының ҡаҙаныштар хаҡында һөйләне, киләсәккә булған пландары менән уртаҡлашты.
Артабан Өфө ҡалаһы белем биреү ойошмаларының башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары коллегалары өсөн оҫталыҡ дәрестәре үткәрҙе. Ф. Мостафина исемендәге 20-се башҡорт гимназияһы уҡытыусыһы Нәҙерғолова Нурзилә Дәүләтгәрәй ҡыҙы, халыҡ ауыҙ-тел ижадын ҡулланып, «дәрес» бирҙе. 9-сы мәктәп уҡытыусыһы Сағынбек Ильяс Жаркымбек улы дәрестә телде сағыштырыу алымдарының нисек ҡулланылыуын күрһәтте. Ул үҙенең дәрестәрендә йыш ҡына башҡорт телен, башҡа төрки телдәр, атап әйткәндә, ҡаҙаҡ теле менән сағыштырып, өйрәтә. Башҡорт теле һәм әҙәбиәте дәрестәрендә үҙенсәлекле интерактив белем биреү алымы булараҡ өҫтәл уйындарын ҡулланыу буйынса М. Кәрим исемендәге 158-се башҡорт гимназияһы уҡытыусыһы Игелекова Айгөл Иршат ҡыҙы сығыш яһаны.
Шулай уҡ сара барышында Өфө ҡалаһының Ф. Мостафина исемендәге 20-се башҡорт гимназияһы һәм Силәбе өлкәһе Арғаяш районының Аҡбаш урта дөйөм белем биреү мәктәбе араһында «Ҡәрҙәш-мәктәптәр» («Школы-побратимы») килешеүенә ҡул ҡуйылды.
Сығанаҡ: Өфө ҡалаһының милли мәғарифы социаль селтәрҙәренән.