+14 °С
Ясна
Хушлашыуҙар ниңә ауыр икән?
Талмаҫ ҡанат бар бит иңдәрҙә!
Һау булығыҙ, беҙҙең изге йәндәр,
Һау бул мәктәп, һау бул уҡытыусым!
Һау бул, ҡыңғыраулы йылдарым!
Оло юлға бөгөн бына тағы,
Сыға йәш ҡыҙҙарың, улдарың!
Ҙур тормошҡа аяҡ баҫыусы егет-ҡыҙҙарҙы ихлас ҡотлайбыҙ! Һеҙгә яҡты киләсәк, уңышлы башланғыстар теләйбеҙ! Маҡсаттарығыҙ – изге, юлдарығыҙ уң булһын, теләктәрегеҙ тормошҡа ашһын!
Дуҫтар, ә һеҙҙең мәктәптәрҙә сығарылыш кисәләре нисек үтте? Нисә уҡыусы ҡулына аттестат алып ҡыуанды? Ниндәй уй-маҡсаттар менән таралыштылар? Ошо хаҡта комментарийҙарҙа яҙып ебәрегеҙ, фотоһүрәттәр менән бүлешегеҙ