3 турҙан торған бәйге бик сәмле барҙы.
"Атайсалға хеҙмәт итәм" исемле команда презентацияһында педагогтар бик үҙенсәлекле итеп команда менән таныштырҙы. Икенсе турҙа педагогтар алдынғы эш тәжрибәһе менән бүлеште. Өсөнсө турҙа командаларға башҡорт теле, мәҙәниәте, тарихы, методикаға бәйле һорауҙар тәҡдим ителде.
Ярыш барышын мәртәбәле жюри ағзалары баһаланы.
Шулай итеп, бәйгенең номинанттары түбәндәгесә билдәләнде:
"Һөнәремә тоғро ҡалам" номинацияһында Архангел районы командаһы еңде;
"Еңеүгә ынтылыш" номинацияһында Дәүләкән районы командаһы билдәләнде;
"Милли мәғарифтың ныҡлы ҡалҡаны" номинацияһында еңеүсе тип Иглин районы командаһы танылды;
"Методик хазина" номинацияһында Өфө, Ҡырмыҫҡалы районы командалары билдәләнде.
Өсөнсө урынды Нуриман районы яуланы.
Икенсе урында Әлшәй районы командаһы.
Беренсе урын Благовещен районы командаһына бирелде. Тап улар 14 декабрь – Башҡорт теле көнөндә – финал уйынында ҡатнашыу хоҡуғын ала.
"Остаз"дың киләһе уйыны 13 октябрь Т. Йосопов исемендәге Республика лицей-интернатында үтә.