Новости
15 Ғинуар 2024, 08:53

РУХИ МИРАҪ ТИРӘЛӘЙ

13 ғинуарҙа, Иҫкесә Яңы йыл байрамын билдәләгән мәлдә, Силәбе ҡалаһында Аҡмулла исемендәге әҙәби берекмә етәксеһе Ҡамса Мортазин күренекле әҙибә Кәтибә Кинйәбулатованың туғандары – Зилбәр Мөхәррәм ҡыҙы Хәлиулина, Тәнзилә Салауат ҡыҙы Бартенёва һәм Рәҡиә Салауат ҡыҙы Пуписева менән осрашты.

РУХИ МИРАҪ ТИРӘЛӘЙРУХИ МИРАҪ ТИРӘЛӘЙ
РУХИ МИРАҪ ТИРӘЛӘЙ

Ҡышҡы һалҡын кистәрҙә батып моңло хистәргә тигәндәй, эшлекле һүҙ - аҫыл яҡташ шағирә Кәтибә Кинйәбулатованың һоҡландырғыс шәхесе һәм рухи мираҫы тирәләй барҙы.

Шағирә хаҡында йәйғор балҡышындай йән һыуһыны хәтерҙе яңыртты. Һулығыһыҙ рухи мираҫтың бай, ябай, әһәмиәтле булыуын иҫләне туғанлыҡ. Ә бына шағирәнең сая яҙмышы ҡаһарман башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарының тере ҡисса кимәленә күтәрелеүен һыҙыҡ өҫтөнә алды һағынып ҡан-ҡәрҙәштәр.

Силәбе өлкәһендә әҙибәнең яҡты исемен мәңгеләштереү йүнәлешендә бығаса башҡарылған матур эштәрҙе артабан дауам итеп мәктәп уҡыусылары өсөн Кәтибә һәм Уран Кинйәбулатоватар мираҫын махсус өйрәнеү буйынса ғилми-тикшеренеү йүнәлешендә үҙәк ойоштороу хаҡында ла барҙы.

РУХИ МИРАҪ ТИРӘЛӘЙ
РУХИ МИРАҪ ТИРӘЛӘЙ
РУХИ МИРАҪ ТИРӘЛӘЙ
РУХИ МИРАҪ ТИРӘЛӘЙ
РУХИ МИРАҪ ТИРӘЛӘЙ
Автор:Альфия Янтурина
Читайте нас