Бөтә яңылыҡтар
Новости
22 Ғинуар 2024, 11:36

Йәштәр өсөн мөмкинлектәр асыҡ

Фатима Хәмит ҡыҙы Мостафина исемендәге 20-се Өфө ҡала башҡорт гимназияһында баланың һәр яҡлап үҫешенә һәм уның шәхси һәләттәрен, оҫталыҡтарын формалаштырыуға ҙур иғтибар бирелә. Был йәһәттән быйылғы уҡыу йылында ла уңыштарыбыҙ бихисап.

Йәштәр өсөн мөмкинлектәр асыҡ
Йәштәр өсөн мөмкинлектәр асыҡ

Уҡыусыларыбыҙ биология, тарих, хоҡуҡ, технология фәндәре буйынса Бөтә Рәсәй олимпиадаһының регион этабында ҡатнашыу бәхетенә иреште. Шулай уҡ башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән регион-ара олимпиада призеры исеменә беҙҙең уҡыусы Кәримов Баязит лайыҡ булды.

14 декабрҙә Башҡорт теле көнөндә гимназиябыҙҙа Фатима Хәмит ҡыҙы Мостафина тыуыуына 110 йыллыҡ юбилейына арналған Төбәк-ара фәнни-ғәмәли конференцияһы уҙғайны. Конференцияла Башҡортостан Республикаһы район, ҡалаларынан тыш, Рәсәй Федерацияһы төбәктәренән, шул иҫәптән Силәбе, Ырымбур өлкәләре, Удмурт республикаларынан дөйөм белем биреү ойошмаларынан 600 уҡыусы һәм уҡытыусылары ҡатнашты.

Гимназиябыҙҙа теүәл фәндәрҙе тәрәнәйтеп өйрәнеүгә лә иғтибар арта. Өфө фән һәм технологиялар университеты менән был йәһәттән тығыш эшлекле бәйләнеш булдырылған. 2023 йылда юғары уҡыу йорто менән берлектә физика буйынса беренсе асыҡ олимпиадаһы үтте. Олимпиадала  Һамар һәм Силәбе өлкәләренән, Ханты-Манси автономиялы округы, Мәскәү ҡалаһынан 1000-дән ашыу 7 – 11-се класс уҡыусылары ҡатнашты. Олимпиадала еңеү яулаған 10 – 11-се класс уҡыусылары Өфө фән һәм технологиялар университетының инженер факультетына уҡырға ингәндә өҫтәмә балл алыу мөмкинлегенә эйә була алыуҙары сараның мәртәбәһен күтәрҙе.

Уҡыусыларҙың башланғыстарын хуплап,  проект әҙерләү эшенә лә актив йәлеп итәбеҙ. Был йүнәлеш уҡыусыларҙы, ата-әсәләрҙе, уҡытыусыларҙы – белем биреү процесында ҡатнашыусыларҙың барыһын да берләштерә. Һәр кемдең үҙ эшмәкәрлегенә яуаплы ҡарауы ыңғай һөҙөмтәләр бирә: уҡыусылар социаль проекттар әҙерләргә өйрәнә, ораторлыҡ оҫталығы үҫешә, республиканың билдәле медиа шәхестәре менән осраша, оҫталыҡ дәрестәрендә ҡатнаша. Был эшебеҙҙең һөҙөмтәһе – «Үҫеш биләмәһе. Яңы движ» («Территория роста. Новый движ») республика проекты сиктәрендә өс гимназист: Камила Әхмәтова, Гөлдәр Камалова, Вилена Сәғәҙәтова А.Ш. Сәхәүетдинов етәкселегендә «Росмолодежь» фонды үткәргән проекттар конкурсында ҡатнашты. Г. Камалова, «Тормош ағасы» проекты менән конкурста еңеп, 450 000 һум грант отто. Проект, Башҡортостан Республикаһының билдәле шәхестәре исемендәге ағастар ултыртып, тотош бер аллея булдырыуҙы үҙ өҫтөнә ала.

Күптән түгел республикабыҙҙа инициативалы бюджетлау һәм предуниверсарийҙар селтәрен үҫтереү буйынса проекттар конкурсы старт алды. Был конкурста гимназиябыҙ уҡыусылары ла ҡатнашырға теләк белдерҙе.

Проекттары белем биреү, спорт һәм ижади саралар үткәреүгә, мәктәптә ял зоналары, телевизион студиялар, медиа-үҙәктәр, кинозалдар булдырыу, спорт майҙансыҡтарын йыһазландырыу, мәктәптең эске интерьер дизайнын яңыртыуға йүнәлтелгән. Әлеге ваҡытта улар проекттары менән яҡлауға сығып, гимназиябыҙ эксперттары алдында сығыш яһарға әҙерләнә.

Иң яҡшы тип табылған проект республика конкурсына тәҡдим ителәсәк. 2024 йылда Башҡортостан Республикаһында 15 предуниверсарий эшләүе, ә уҡыусылар үҙҙәренең 100-ҙән ашыу башланғысын тормошҡа ашыра алыуы планлаштырыла.

Сәриә Рәхмәтуллина.

Йәштәр өсөн мөмкинлектәр асыҡ
Йәштәр өсөн мөмкинлектәр асыҡ
Йәштәр өсөн мөмкинлектәр асыҡ
Йәштәр өсөн мөмкинлектәр асыҡ
Автор:Гульшат Байназарова
Читайте нас: