Бөтә яңылыҡтар
Новости
29 Ғинуар 2024, 01:00

Өфөлә Мортаза Рәхимовҡа һәйкәл ҡуйыу эштәре бара

Башҡортостандың беренсе Президентына һәйкәлде асыу тантанаһы 7 февралдә үтәсәк, тип алдан хәбәр иткәйнек инде. Ошо көндә Мортаза Рәхимовҡа 90 йәш тулған булыр ине. Әлеге ваҡытта һәйкәл ҡуйыласаҡ биләмә кәртәләнгән, нигеҙ плитаһын һала башлағандар.

Өфөлә Мортаза Рәхимовҡа һәйкәл ҡуйыу  эштәре бара
Өфөлә Мортаза Рәхимовҡа һәйкәл ҡуйыу эштәре бара

Проектҡа ярашлы, һәйкәл бронзанан буласаҡ, бейеклеге - 4 метр. Ул БР Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай йорто алдында, ике фонтан араһында урынлашасаҡ.

Өфөлә Мортаза Рәхимовҡа һәйкәл ҡуйыу  эштәре бара
Өфөлә Мортаза Рәхимовҡа һәйкәл ҡуйыу эштәре бара
Автор: Альфия Янтурина
Читайте нас