Йыр-моң, нәфис һүҙ, шиғыр юлдары, ҡурай һәм гармун моңдары менән үрелеп барған әҙәби-музыкаль байрамдың тәүге ҡатнашыусылары итеп Зөһрә һәм Тимур Рәхмәтуллиндарҙың, Таңсулпан һәм Айҙар Байтимеровтарҙың ижади ғаиләләре саҡырылды. Йәш ижадсыларҙың Ихтияр менән Ҡаһарман һәм Бәхтиәр менән Әмирхан исемле улдары ла сарала әүҙем ҡатнашты.
Йәш ғаиләләрҙе ҡеүәтләргә Башҡортостан Республикаһының Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты рәйесе Ю.М. Йосопов, Башҡортостандың Милли әҙәбиәт музейы директоры, журналист һәм яҙыусы М.С. Ҡаһарманова, Башҡортостандың халыҡ шағиры Ҡәҙим Аралбай, филология фәндәре докторы, профессор М.Х. Нәҙерғолов; драматург, журналист, тәржемәсе Сәрүәр Сурина; “Башҡортостан уҡытыусыһы” журналының баш мөхәррире С.Ғ. Кәримов; “Һәнәк” журналының баш мөхәррире Илгиз Ишбулатов; “Йәшлек” гәзите журналисы Инсаф Хужабиргәнов, ижади ғаиләләрҙең туғандары, коллегалары килде.
#ГодСемьи