Акция аҙ тәьмин ителгән ғаиләләрҙәге балалар, ололар, МХО-ла ҡатнашыусылар һәм уларҙың ғаилә ағзалары араһында китап йыйыуға һәм таратыуға йүнәлтелгән. Төп идеяһы – белем һәм мәҙәни үҫеш алыу өсөн тиң мөмкинлектәр булдырыу, мәҙәни мираҫты һаҡлау һәм уға хөрмәт тәрбиәләү, тормошта әҙәбиәттең мөһимлеген күрһәтеү, шулай уҡ ололар һәм балалар араһында уҡыуға ҡыҙыҡһыныу тыуҙырыу, китапхана фонды менән таныштырыу.
Акцияла ҡатнашырға саҡырабыҙ, шулай уҡ Бәйләнештә селтәрендә беҙҙең рәсми төркөмгә https://vk.com/bibliotekabashkortostana репост яһап, түбәндәге хештегтарҙы: #библиотекавалиди #сборкниг #книгавподарок #книгивдар #денькнигодарения ҡуйып, китап бүләк итеү мәлен мәңгеләштергән фото көтәбеҙ.
Китапты йыйыу адресы: Өфө ҡалаһы, Ленин урамы, 4, төп корпус. Телефон: 89276385547.
Сығанаҡ: "Башҡортостан" гәзите.