Новости
13 Февраля 2024, 09:15

Уҡытыусы – изге һөнәр

А.Р. СИРБАЕВА, Республика инвалид балаларға дистанцион белем биреү үҙәгенең Дыуан бүлексәһе уҡытыусыһы, Башҡортостан Республикаһының мәғариф алдынғыһы

Уҡытыусы – изге һөнәрУҡытыусы – изге һөнәр
Уҡытыусы – изге һөнәр

Маҡсат. Уҡытыусы һөнәренең йәмғиәттәге ролен һәм әһәмиәтен асыҡлау, уның мөһимлеген күрһәтеү, һөнәрҙәр тураһында һөйләшеү.

Бурыстар. Башҡорт теленең грамматикаһы, лексикаһы, әҙәбиәт буйынса белемдәрҙе барлау; яңы һүҙҙәрҙең, мәҡәлдәрҙең мәғәнәһен аңлатыу һәм телмәрҙә дөрөҫ ҡулланыу; фекерҙе дәлилләргә һәм иҫбатларға өйрәтеү; тирә+яҡты танып белеү һәләттәрен һәм логик фекерләүҙе үҫтереү; уҡытыусыларға ихтирамлы, иғтибарлы ҡараш тәрбиәләү.

Йыһазландырыу. Компьютер, проектор, динамик колонкалар, шәхси сигнал карточкалары, альбом бите, фломастер.

Предмет­ара бәйләнеш: башҡорт теле һәм әҙәбиәте, мәҙәниәт, музыка, халыҡ ижады, скульптура.

Ҡатнашыусылар: V – VIII класс уҡыусылары.

Уйын барышы

  1. Психологик инеш. Сәләмләү.

– Һаумыһығыҙ! Осрашыуҙы матур сәләмләү һүҙҙәре менән башлайыҡ! Бер+беребеҙгә йылмайыу бүләк итәйек, уңыштар теләйек! (Уҡыусылар бер-береһенә ҡарап йылмая, ауыҙ-ирендәр менән төрлө күне-геүҙәр эшләйҙәр.)

  1. Кластан тыш сараның темаһын асыҡлау.

– Бөгөн беҙ кем, нимә тураһында һөйләшеүебеҙҙе ошо ребус аша асыҡлайыҡ. Уҡыусылар ребусты сисә. «Уҡытыусы».)

– Интеллектуаль уйын барышында беҙ донъялағы иң изге һәм иң мөһим һөнәр – уҡытыусы һөнәре тураһында һөйләшербеҙ! Сарала әйтелгән изге теләктәр, матур шиғырҙар һәм йырҙар бөтә уҡытыусыларға рәхмәт һүҙе булып яңғыраһын!

III. Кластан тыш сараның маҡсат һәм бурыстарын асыҡлау.

  • Уйындың ҡағиҙәләре менән таныштырыу.

– Әйтегеҙ әле, уҡытыусылар ниндәй уҡыусыларҙы ярата? (Аҡыллы, тәртипле, тырыш балаларҙы.) Бөгөнгө интеллектуаль уйыныбыҙҙа 2 команда: «Аҡыллы» һәм «Тәртипле»ләр ҡатнашып, белемдәрен, аҡылдарын, зирәклектәрен күрһәтер. Шулай итеп, уйында көс һынашыусы командаларҙы ҡаршы алайыҡ!

Аҡыллы белер, күп уҡыр,

Бар һорауға яуап табыр!

(«Аҡыллы» командаһы өҫтәл артында урын ала.)

Тәртип һәр ерҙә кәрәк,

Ул булмаһа – эш харап!

(«Тәртипле» командаһы вәкилдәре ултыра.)

– Уҡытыусылар иң яратып ҡуйған билдә – ул «биш»ле! Беҙҙең интеллектуаль уйын да биш турҙан торасаҡ. Һәр турҙа һорауҙар, эштәр, ярыштар бар. Дөрөҫ яуапты табыусы сигнал карточкаһын күтәрә, яуап биреп, командаһына мәрәй йыя.

Һеҙҙең мәрәйҙәрҙе иҫәпләп барырға мәртәбәле жюри бар! (Жюри менән таныштыра.)

– «Уҡытыусы – изге һөнәр» интеллектуаль уйынын башлайбыҙ!

  1. Төп өлөш.

– Уйында һәр турҙың атамаһы педагогтарҙың сифаттарын асыҡлай. Уҡытыусыларға ниндәй сифаттарға эйә булырға кәрәклегенә иғтибар итегеҙ.

I тур. «Зиһен – белем»

– Беренсе турҙа викторина һорауҙарына яуап биреп, зиһенле, белемле булыуығыҙҙы иҫбатларға кәрәк! Һәр дөрөҫ яуапҡа бер мәрәй ҡуйыла.

  1. «Уҡытыусы» һүҙе ниндәй һүҙ төркөмөнә ҡарай? (Исем.)
  2. «Уҡытыусы» һүҙе ниндәй юл менән яһалған: тамыр, яһалма, ҡушма?
  3. «Уҡытыусы» һүҙенә синонимдар табығыҙ. (Остаз, мәғрифәтсе, мөғәллим,

педагог, һ.б.)

  1. Нимә «уҡытыусы», «остаз», «мәғрифәтсе» лә бар, ә «мөғәллим»дә юҡ? (Т, с хәрефтәре.)
  1. «Уҡытыусы» һүҙе ниндәй осраҡта яңғыҙлыҡ исем була ала? Миҫалдар килтерегеҙ. («Уҡытыусы» журналы, «Уҡытыусы» кинотеатры.)
  2. Уҡытыусыларға ниндәй сифаттар хас? (Аҡыллы, белемле, изге күңелле, тәртипле, тырыш, яуаплы, һ.б.)
  3. Башҡортостанда ниндәй уҡыу йорттары буласаҡ уҡытыусыларҙы әҙерләй?

(М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты, Өфө фән һәм технологиялар университеты (ӨФТУ, уның филиалдары), Мәсәғүт, Өфө, Сибай, Нефтекама, Туймазы, Бәләбәй, Күмертау, Салауат, Благовещен педагогия колледждары.)

  1. Беҙҙең республикала уҡытыусылар өсөн 9 телдә (башҡорт, рус, татар, мари һ.б.) ниндәй журнал сыға? («Башҡортостан уҡытыусыһы» журналы.)
  1. Беренсе уҡытыусығыҙҙың исемшәрифтәрен әйтегеҙ!
  2. Һеҙҙең мәктәптә нисә уҡытыусы бар?

– Бик яҡшы! Бөтә һорауҙарға ла дөрөҫ яуап бирҙегеҙ Ысынлап та, уҡытыусы булыр өсөн аҡыллы, аңлы, тәрән белемле, зиһенле булыу мотлаҡ.

II тур. «Зирәк аң»

– «Зирәк аң» тип аталған был турҙа «Уҡытыусылар» һүҙендәге хәрефтәрҙе ҡулланып, яңы һүҙҙәр йыйырға кәрәк!

Икенсе тур булғас, һеҙгә ике минут ваҡыт бирелә! Әйҙәгеҙ, ҡайһы команда ике минутта иң күп һүҙ йыйыр икән? (Уҡыусы, аҡыл, уҡ, ауыл, ҡыр, сыраҡ, ҡылыс, утар, ут, ус, ул, асыу, уҡлау, сыр, аслыҡ, тау һ.б.)

Уҡытыусы булыр өсөн зирәк аң кәрәклеген асыҡланыҡ!

III тур. «Алтын аҡыл»

– «Алтын аҡыл» тип аталған өсөнсө турҙа халҡыбыҙҙың алтын аҡылы – мәҡәлдәр буйынса эштәр көтә! Һеҙгә бирелгән һүҙҙәрҙән уҡыу, белем тураһында мәҡәлдәрҙе йыйырға һәм мәғәнәһен аңлатырға кәрәк! Өсөнсө тур булғас, иң шәп мәҡәл йыйыусы командаға өс мәрәй ҡуйыласаҡ!

(Һәр команда конверт эсендәге һүҙҙәрҙән мәҡәлдәр йыя, уҡый, аңлата).

  1. Ғилем – ҡош, аҡыл – ҡанат.
  2. Ғилеме барҙың телеме бар.
  3. Бер олоно, бер кесене тыңла.
  4. Халыҡ теле – хаҡлыҡ теле.

– Ҡайһы мәҡәл нығыраҡ оҡшаны?

Ниндәй мәҡәлде командағыҙға девиз итеп алырға була? (Уҡыусыларҙың яуабы, девиз-мәҡәлде хор менән әйтеү, һығымта эшләү.)

– Уҡытыусыларҙың белем өләшеүселәр, яҡтылыҡҡа өндәүселәр икәнлеге мәҡәлдәрҙә – халҡыбыҙҙың алтын аҡылында ла сағыла!

IV тур – «Иғтибар – хәтер»

– «Иғтибар – хәтер» тигән турҙа һеҙгә бирелгән пазлдарҙан уҡытыусыға арналған һәйкәлдең һүрәтен йыйырға кәрәк. Әгәр ҙә ниндәй һәйкәл һүрәтен йыйғанығыҙҙы әйтә алһағыҙ, һеҙгә дүрт мәрәй өҫтәлә!

(Һәйкәл һүрәттәре пазл итеп алдан әҙерләнә.)

  1. М. Аҡмуллаға арналған һәйкәл 2008 йылда Өфөлә, Башҡорт дәүләт педагогия университеты алдында асыла. Архитекторы – Дамира Мәғәфүрова, скульпторы – Владимир Дворник.

2) Липецк ҡалаһындағы «Беренсе сентябрь» һәйкәле 2010 йылда ҡуйыла. Авторы – Рәсәй Федерацияһының халыҡ рәссамы Андрей Ковальчук.

– Уҡытыусы һөнәренең мөһимлеге архитектурала сағыла. Педагогтарға арналған башҡа ҡалаларҙағы һәйкәлдәр менән танышайыҡ. (Слайдта уҡытыусыларға ҡуйылған скульптуралар күрһәтелә.)

Һеҙ, уҡыусылар, ҡайһы уҡытыусығыҙға һәйкәл ҡуйыр инегеҙ? (Уҡыусылар тәүге уҡытыусылары, яратҡан педагогтары тураһында һөйләй.)

 

V тур – «Нәфис һүҙ»

– Бына аҙаҡҡы турға ла килеп еттек!

Исеме «Нәфис һүҙ» булғас, беҙ мәктәп һәм уҡытыусыларға арналған шиғырҙар уҡырбыҙ! Ә бының өсөн тәүҙә шиғыр юлдарын тәртипкә килтерергә кәрәк. Бишенсе турҙа иң шәп нәфис һүҙ оҫтаһына биш мәрәй өҫтәлә! (Уҡыусылар шиғри юлдары буталған әҫәрҙәрҙе тәртипкә килтереп, уны тасуири

итеп уҡып күрһәтәләр.)

  1. Сәскә төҫлө яҡты ғүмер

Һәр бер әсә теләп ҡала.

Сәскәләй саф уйҙар менән

Уҡытыусы ҡаршы ала.

(С. Әлибай. «Мәктәп юлы»)

  1. Класс таҡтаһы, аҡбур эҙе һиндә,

Бөгөн яҙһаң, иртән юйыла.

Ләкин йөрәгемдә, һин, мәктәбем,

Һаҡланырһың ғүмер буйына...

(Р. Ғарипов. «Тормошҡа юл»)

  1. Һалҡынса көндәр эйәртеп

Көҙ килеп етте.

Сентябрь дуҫ сумка тотоп,

Мәктәпкә китте.

(Г. Юнысова. «Сентябрь»)

  1. Ҡанатланып, күңелдәр

Ҡош кеүек оса ғына.

– Һаумы, һөйөклө мәктәп,

Ал беҙҙе ҡосағыңа!

(С. Муллабаев. «Шатлыҡлы иртә»)

 

  1. Кластан тыш сараны йомғаҡлау, һы­ғымта яһау.

– «Уҡытыусы – изге һөнәр» интеллектуаль уйыны аҙағына килеп етте! Жюри һеҙҙең мәрәйҙәрҙе иҫәпләгәнсе, йырлап алырға тәҡдим итәм! М. Кәрим һүҙҙәренә композитор А. Ҡобағошов ижад иткән «Уҡытыусыма» йыры бөтә остаздарыбыҙға рәхмәт һүҙе булып яңғыраһын! (Уҡыусылар йырлай.)

– Уҡытыусылар – оло йөрәкле шәхестәр! Беҙ интеллектуаль уйында ошоно тағы бер тапҡыр иҫбатланыҡ. Хәҙер жюриға һүҙ бирәйек! (Жюри ағзалары уйынға һығымта яһап, еңеүселәрҙе һәм уйында әүҙем ҡатнашыусыларҙы бүләкләй.)

 

Уҡытыусы – изге һөнәр
Уҡытыусы – изге һөнәр
Уҡытыусы – изге һөнәр
Автор:Альфия Янтурина
Читайте нас