Бөтә яңылыҡтар
Новости
15 Февраль 2024, 15:23

Педагог һәм шағир Камил ФАЗЛЫЙҒА - 75 йәш

Илкәйем булһын имен! Камил Нәжми улы Фазлетдинов (Фазлый) 1949 йылдың 15 февралендә Башҡортостандың Бәләбәй районы Туҙлыҡыуыш ауылында хеҙмәткәр ғаиләһендә тыуа. Бында урта белем алғандан һуң, Баймырҙа һигеҙ йыллыҡ мәктәбендә балалар уҡыта. Бәләбәй ҡалаһында эске эштәр бүлегендә эшләй, унан Совет Армияһында хеҙмәт итә. 1975 йылда  Башҡорт дәүләт университетының филология факультетын тамамлай, 1975 йылдан алып 2011 йылға тиклем тыуған ауылында балалар уҡыта, 11 йыл мәктәп директоры булып эшләй. Ул  – Башҡортостандың мәғариф алдынғыһы (1994), Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы (2005),  “Рәсәйҙең иң яҡшы уҡытыусылары” конкурсы еңеүсеһе (2006), Бәләбәй районының почетлы гражданины (2017). Тәүге шиғырҙары 1963 йылда  “Башҡортостан пионеры” газетаһында донъя күрә. Поэзия һәм проза жанрҙарында ижад итә, айырыуса сатира һәм юмор өлкәһендә уңышлы эшләй.  Ф. Кәрим, Д. Бүләков (2009),  исемендәге әҙәби премиялар лауреаты.  З. Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә баҫылған 6 китап авторы. 1997 йылдан Башҡортостан һәм Рәсәй Яҙыусылар берлеге ағзаһы. “Башҡортостан уҡытыусыһы” журналының йыл лауреаты.  

Педагог һәм шағир Камил ФАЗЛЫЙҒА - 75 йәш
Педагог һәм шағир Камил ФАЗЛЫЙҒА - 75 йәш

Кәңәш

 

Уҡытыусы – ауыр һөнәр,

Быны дөрөҫ аңлайыҡ.

Мин – ветеран уҡытыусы,

Әйтәм, ауыр алмайыҡ:

 

Үҫмерҙәрҙең төрлөһө бар,

Ипһеҙе бар һәм ипле.

Ипкә килтерә башлаһаң –

Уҡытыусы ғәйепле.

 

Уҡытыуҙа, тәрбиәлә

Ҡорос нервы кәрәк бит.

Уҡытыусыға эшендә

Ата-әсә терәк бит!

 

Бөгөн килеп, Интернетта

Кире ҡараш ярала.

Тәрбиәсе-педагогтың

Яҡты йөҙө ҡарала.

 

Тәртип боҙған йәш хулиган

Күккә сөйөп маҡтала.

Йәмәғәтселек алдында

Педагогтар таплана.

 

Уҡытыусы мишень түгел,

Ҡаралап таш атмайыҡ.

Ул – Ватандың киләсәге,

Дәүләт менән һаҡлайыҡ!

 

Уҡытыуҙың бар хәстәрен

Гүзәл заттар күтәрә.

Ошо яуаплы һөнәрҙе

Ир-ат ситкә этәрә.

 

Этәрмәйек! Һәр бер мәктәп

Көтә Һеҙҙе зарығып.

Һеҙҙең белем, тәрбиәгә

Үҫһен үҫмер һарылып.

 

Йәштәр – илдең киләсәге,

Ватаныма терәк бит!

Патриоттар үҫтереүҙә

Ир-ат ҡулы кәрәк бик!!!

 

“Этлек” һәм битлек

 

– Теләр-теләмәҫ бараһың,

Аяғың һөйрәп атлап.

Ҡайҙа киттең иртә таңда

Былай битеңде ҡаплап?

 

– Уҡытыусы ла баһа мин,

Мәктәптә дәрес бирәм.

Дәрес бирергә класҡа

Битемде ҡаплап керәм.

 

Сөнки, кергәс, смартфондан,

(Йөрәк итемде телеп),

Дәресемде Интернетҡа

Балалар ҡуя элеп.

 

Элеү бер хәл, шул дәресте

Бөтәһе ала көтөп.

Ата-әсә, ҡыҙыҡ табып,

Ҡарай “ералаш” итеп.

 

Кемгә баҡма, бөтәһенең

Башында бары “этлек”.

Ҡотҡарһа шул “этлек”тән, тим,

Ҡотҡарыр, бәлки, битлек?..

 

Аптыраш

 

Уҡытыусы Даниярға

Һорау бирҙе дәрестә:

– Биш бәлеште өскә ҡушһаҡ,

Арта нисә бәлешкә?

Тик Данияр телен йотҡан,

Белмәү ҡыйын бахырға.

Белмәй, тиһәк, белә икән,

Әйтеп ҡуйҙы ахырҙа:

– Яуап минең тел осомда,

Ауыҙҙан саҡ османы.

Ләкин әсәйем дәрестә

Һөйләшергә ҡушманы.

Ҡайһығыҙҙы тыңлайым һуң?

Уйлай-уйлай ҡатты баш.

Әллә әсәйҙе тыңларға?

Әллә Һеҙҙе?

– Аптыраш...

 

Мәсьәлә

 

Сит илдәргә ялға барып

Ҡайтҡас, маҡтап һөйләйҙәр:

– Фәлән илдән фәлән йылға

Артта ҡалғанбыҙ, – тиҙәр.

 

Мәсьәләгә башҡасараҡ

Фекер-ҡараш бар минең.

Ситтәр шәп тә, ата-әсәң

Ҡайтышмы ни һуң һинең?!

 

Бәхәсләшмәйем, булмаҫ, тип.

Ә шулай ҙа ҙурлама.

Туған ил ул – тыуған нигеҙ,

Нигеҙеңде хурлама!

 

Көҙгө күңел

 

Көҙҙәре моңһоу килһә лә,

Күңелем моңһоу түгел.

Яҙҙарымды ҡаршыларға

Атлығып тора күңел.

 

Өҙлөкһөҙ яуған ямғырҙар

Бер үтер әле тимен.

Күктән ҡурғаш яумай ҙаһа,

Илкәйем булһын имен!

 

Ағастар шәрә ҡалһа ла,

Япрағын ергә ҡойоп,

Ҡабат йәшеллеккә сумыр,

Һулышын яҙҙың тойоп.

Табыным мул, өйөм йылы,

(Миңә ни кәрәк тағын!)

Һибәләп яуған ямғырға

Вайымһыҙ ятҡан сағым.

 

Күк күкрәне ялтлап ҡапыл,

Ахры, оҙата көҙҙө.

Иҫкәрмәҫтән ошо күкрәү

Йән тыныслығын өҙҙө.

 

Күҙ алдымда Палестина,

Ҡан түккән ғәрәп иле...

Күк күкрәһә, күкрәһен, тик

Иҫмәһен һуғыш еле!

 

Бирешмәйек

 

Ҡышҡы һалҡын. Йәп-йәш ҡайын

Боҙло ҡарға күмелгән.

Үҙен ауыр йөк баҫыуҙан

Ергә тиклем бөгөлгән.

 

Бөгөлмәсе, һылыуҡайым,

Юҡһа, һынып ҡорорһоң.

Бирешмәһәң, яҙ ҡаршылап,

Ерҙе йәмләп торорһоң.

 

Өлгө ал һин, ил халҡым да

Бирешмәҫкә тырыша.

Ватан именлеген һаҡлап,

Яу ҡырында һуғыша.

 

Ут-ҡурғашлы әжәлдәрҙе

Яугир баштан үткәрә.

Тауҙарҙан ауыр ҡайғыны

Тол ҡатындар күтәрә.

 

Күтәрәләр сабыйҙары,

Улһыҙ ҡалған әсәләр.

Бирешмәйҙәр, нацистарға

Нәфрәт уты сәсәләр.

 

Тәрән уйҙар килде, ҡайын,

Һине күргәс, күңелгә.

Ил халҡымдан үрнәк ал һин,

Һис бер ҡасан бөгөлмә!

Ҡапҡалар

 

Асырға теләне кәзә

Юлындағы ҡапҡаны.

Сәмләнеп һөҙөп ҡараны,

Асыр әмәл тапманы.

 

Ул арала йылғыр бесәй

Менеп китте үрмәләп.

Бар ни ҡапҡа, юҡ ни уға,

Йөрөй сығып-кергеләп.

 

Ә һайыҫҡан ауыҙына

Бөжәк-фәлән ҡапҡылап,

Ҡапҡа өҫтәренән үтә,

Ҡанаттарын ҡаҡҡылап.

 

Ошо ғәжәп хәлде күргәс,

 Аныҡ яуап тапманым.

Берәүҙәргә бар ҡөҙрәте,

Берәүгә – юҡ ҡапҡаның.

 

Хәйер, нишләп ғәжәп булһын,

Күҙ һал, башты ватмайса:

Берәүҙәр үтә түрәгә,

Ишеген дә ҡаҡмайса.

 

Мин, бахырың, сират көтәм

Таңдан ишек төбөндә.

Ҡабул итер микән түрә?..

Үҙем кәзә көнөндә...

 

Баланс

 

– Иртән бүләк бирҙең миңә,

Шелтә сәпәнең кисен...

Иптәш мөдир, аңлат, зинһар,

Һуңғыһы нимә өсөн?

 

– Яңылыш бүләк биргәнмен, 

Булмаған төплө нигеҙ.

Шуға шелтә яҙҙым өҫтәп,

Хәҙер балансың тигеҙ.

 

 

Автор:Альфия Янтурина
Читайте нас: