Квизда Аҡмулла университетының колледж, институттарында “Башҡорт теле” һәм “Аҡмулланы өйрәнеү” фәндәрен өйрәнгән I курс студенттары ҡатнашты.
Был сара студенттарҙа башҡорт телен, яҙыусылар һәм шағирҙарҙың ижади мираҫын, Башҡортостан Республикаһы халыҡтары мәҙәниәтен өйрәнеүгә ынтылыш уятыу маҡсатында ойошторолдо.
Бер нисә өлөштән торған уйында студенттар башҡорт теленә, республика һәм Өфө ҡалаһының иҫтәлекле урындарына, М. Кәрим ижадына ҡағылышлы һорауҙарға яуап бирҙе, мәҡәлдәр һәм әйтемдәр, башҡорт халыҡ йырҙары өлкәһендәге белемдәрен күрһәтте.
Тәбиғи-географик факультет студенттарының “Алға” командаһы еңеүсе булды.
Шулай уҡ байрам уңайынан башҡорт филологияһының “Тулҡын” әҙәби-ижади берләшмәһе Ш. Бабич исемендәге премия лауреаты, шағир Салауат Әбүзәр менән осрашты.
Халыҡ-ара туған тел көнөнә арналған саралар Аҡмулла университеты менән Башҡортостан Яҙыусылар союзы араһындағы хеҙмәттәшлек хаҡындағы килешеүгә ҡул ҡуйылды.
“Беҙҙең илдә генә түгел, бөтөн донъяла билдәләнгән был байрам осраҡлы барлыҡҡа килмәгән. Ер йөҙөндә меңәрләгән тел бар. Башҡорт теле, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бөтөү ҡурҡынысы янаған телдәр иҫәбендә. Шуға күрә лә, телде һаҡлау һәм үҫтереү университеттың да, Яҙыусылар союзының да изге бурысы. Туған телең булыуы ғына етмәй, уны үҫтерегә кәрәк. Тел юғалһа, халыҡ та юҡҡа сығасаҡ. Яҙыусылар союзы менән хеҙмәттәшлек барлыҡ студенттар, айырыуса филологтар өсөн ифрат әһәмиәтле буласаҡ” – тине осрашыу һуңында университет ректоры С.Т. Сәғитов.