Бөтә яңылыҡтар
Новости
22 Февраль 2024, 10:05

Халыҡ-ара туған тел көнөндә

2024 йылдың 21 февралендә - Халыҡ-ара туған тел көнөндә - Өфө күп профилле һөнәрселек колледжында Башҡортостандың халыҡ шағиры Ҡәҙим Аралбай ижадына арналған асыҡ дәрес күрһәтелде. Уны колледждың башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы, филология фәндәре кандидаты Ф.Б.Санъяров үткәрҙе. Дәрестә студенттарҙың әүҙем ҡатнашыуы ҡыуандарҙы.

Халыҡ-ара туған тел көнөндә
Халыҡ-ара туған тел көнөндә
Осрашыуҙың икенсе өлөшөндә, Халыҡ-ара туған телдәр көнөнә һәм Рәсәйҙә иғлан ителгән Ғаилә йылына арнап, телдәрҙе һаҡлауҙа ата-әсәләрҙең һәм уҡытыусыларҙың роле, дәрестәрҙә туған телдәрҙе өйрәнеү шарттары, уның өсөн тәҡдим ителгән текстар, әҙәбиәт дәрестәрендә яҙыусыларҙың ижадын өйрәнеүгә арналған йөкмәткеле һөйләшеү булды. Онлайн үткәрелгән вебинарҙа Башҡортостандың район-ҡала методистары, уҡытыусылары ҡатнашты.
Осрашыуҙы ойоштороусыларға ҙур рәхмәт!
 
Автор:Салават Каримов
Читайте нас: