Башҡортостан Яҙыусылар союзы рәйесе урынбаҫары Тәнзилә Дәүләтбирҙина, яҙыусылар, педагогтар, журналистар: Флүр Ғәлимов, Нияз Сәлимов, Салауат Кәримов, Рәмзәнә Абуталипова, Вилә Баймырҙина, Римма Ғәлимова, Кәрим Булатов, М.Аҡмулла исемендәге БДПУ ғалимдары: профессор Ләйлә Хөсәйенова һәм доцент Вадим Толомбаев, БДАУ профессоры Мөхәмәт Хәйбуллин ялҡынлы шағир, йәмәғәт эшмәкәре Рауил Ниғмәтуллинды ихтирам менән иҫкә алды, ижады һәм тормошо хаҡында йылы һүҙҙәр әйтте.
Сарала Стәрлетамаҡ ҡала хакимиәтенең мәҙәниәт бүлеге начальнигы Зөфәр Зиннәтуллин, Стәрлетамаҡ ҡала башҡорттары ҡоролтайы рәйесе Ләйсән Йосопова һәм ҡоролтай ағзалары, шағирҙың балалары, ейәндәре, туғандары, уҡыусылары һәм студенттары, сәнғәт оҫталары ла ҡатнашты.
А.Инан исемендәге ҡала китапханаһында арҙаҡлы шәхес Рауил Ниғмәтуллиндың хәтер кисәһе уҙғарылды.
-5 °С
Болотло