Урам аша урынлашҡан йорт ихатаһында ҡапыл сыйылдап илап ебәргән тауышҡа һиҫкәнеп ҡуйҙы Гөлсәсәк. Күрше олатай тағы һалмыш, әбейен әрләй. Инмәһә, инмәй икән кешегә аҡыл. Инде кем олоһо, кем кесеһе йәшенә етһәләр ҙә, юҡ, һаман йәшел йылан менән дуҫ былар. Туҡтамай бер талай эсеп алалар ҙа, тағы гөрләтеп донъя көтөүен дауам итәләр.
Айҙар буйы һыу төҫө күрмәгән иҙәндәрен йыуып, һауыт-һабаларын ҡырып ялт иттереп ҡуялар. Ихаталарында ла бар нәмә урынын ала. Уларҙан егәрле кеше тапмаҫһың эсмәһәләр. Ай ҙа үтмәй, тамаҡтарына теге шыйыҡсаны ҡойоп, китә ҡунаҡ, унан талаш-һуғыш.
Гөлсәсәк соланға инеп, күнегелгән хәрәкәт менән йәһәтләп һикегә менеп баҫты ла ярыҡтан ҡаршы яҡты күҙәтә башланы. Билал бабай эсеп, енләнә башлаһа, ҡыҙ гел шулай итә. Бабай әсе һүгенеп, ҡоторондо-ҡоторондо ла әбейе яғына самауыр торбаһын осорҙо. Зеүләп илаулаған Бикә әбей әсе сәрелдәне. Шуны ғына көткәндәй, Гөлсәсәк тә иларға тотондо.
Һамаҡлай-һамаҡлай үкереп оҙаҡ илаған ҡыҙҙың күҙ йәштәре лә сыҡмай башланы. Күп тә үтмәне, ҡапҡанан ҡарттың туҙған башы күренде, ҡыҙ өйгә йүгереп инде, атаһының урындыҡ мөйөшөндә элеүле торған ҡышҡы оҙон толобо эсенә боҫто. Уй Аллам, өлгөрҙө. Бында эҫе. Ана, бабай һөйләнә-һөйләнә тәҙрә янынан үтте. Гөлсәсәктең йөрәге ҡалын толоп аша урамды яңғыратҡандай дарҫлап тибә.
– Ниңә илатаһығыҙ һуң уны, ә? – бабайҙың һөйләнгәне ишетелде.
– Кем илай? Берәү ҙә иламайсы.
Ҡәрсәһенең тыныс ҡына өндәшеүе бабайҙы айнытып ебәргәндәй итте.
– Баянан бирле олой бит төпсөгөгөҙ. Шуны ҡараһағыҙ булмаймы? Бабай һораулы ҡарашын күршеһенә
төбәне.
– Әҙерәк эсергә кәрәк, күрше, ҡолағыңа ишетеләлер. Гөлсәсәк ни атаһы менән урманға китте бит, – ҡәрсәһе бабайға сығыу яғына ҡулын иҙәне. Иҫерек ҡарт ауыҙ эсенән мыңғырлай-мыңғырлай, тәмәкеһен ҡабыҙып, ҡапҡаға ыңғайланы...
Бала сағындағы ваҡиғалар Гөлсәсәктең хәтеренә йыш төшә. Бигерәк тә, ялға, ауылға ҡайтҡанында. Ҡасандыр гөрләп торған күршеләр донъяһы етемһерәп ҡалған. Балсығы ҡуба башлаған тәпәшәк өйҙәренең бер мөйөшө ергә батҡан. Тәҙрә ҡапҡастары буяу төҫөн юғалтҡан. Кәртә-ҡура күптән юҡ. Ишек алдын кеше буйлыҡ үлән баҫҡан. Йорт хужалары, уларҙың малайҙары ла күптән гүр эйәләре. Берәүһе генә күрше ауылда ғүмер итә, онотҡанда бер килеп әйләнә лә, байтаҡҡа юғала. Был ҡайтҡанында ла ата йортоноң соланына инеп, оҙаҡ ҡарап торҙо Гөлсәсәк. Бала сағындағы иҫке солан юҡ инде. Атаһы яңыртып һалғайны. Бер таҡта ярығы аша ҡаршы яҡҡа күҙ һалды. Билал бабайҙың ҡарлыҡҡан тауыш менән әбейен әрләгән тауышын ишеткәндәй булып, тертләп китте.
Бәләкәй сағында бигерәк күңелсәк, һушлы булыуына аптырап та ҡуя. Илаҡ бала булып ҡыланып, ул енләнеп ҡоторонған бабай ҡулынан Бикә әбейҙе ҡотҡара ине бит. Туҡтауһыҙ илаған балаға нисек әүрәгәндер иҫерек бабай, хәҙер шуға иҫе китә.
Олоғая килә күңел бала саҡҡа, атай йортона йышыраҡ тартыла. Кендек ҡаны тамған нигеҙҙә бөгөн әсәһе яңғыҙы ғына ғүмер итә. Атаһының баҡыйлыҡҡа күсеүенә лә байтаҡ. Бигерәк күңелсәк кеше ине ул, ауыр тупрағы еңел булһын ҡәҙерлеһенең. Ҡыҙҙарын өҙөлөп яратып, ҡурсалап ҡына үҫтерҙе, ел-ямғыр тейҙермәне, ауыр һүҙ әйтеү түгел, ҡырын да ҡараманы. Иркәләнһә лә, ҡыҙҙары эш һөйөп, ир-ат эшен дә аталары менән бер рәттән башҡарып үҫте. Бер-бер артлы баҫып бесәнен дә сапты, атын егеп һыу ҙа ташыны, һыбай йөрөп көтөүен дә көттө улар. Урманға утынға барғанында атаһы төпсөгө Гөлсәсәген гел эйәртеп ала ине. Илаҡ булды бәләкәсе, мыжып, апаларынан әрләнеп йөрөмәһен, тигәндер инде.
Гөлсәсәк диванға ултырып, атаһы яратҡан бәләкәй мендәрҙе ҡосаҡлап, уйға батты. Мендәрҙән атаһының тәмле еҫе танауына бәрелгәндәй булды...
Атын егеп, кәрәк-ярағын, балта-бысҡыһын арбаһына һалып алған атаһы ҡыҙым, Гөлсәсәк, әйҙә, минең менән урманға бараһыңмы, тине. Ҡыҙ үрле+ҡырлы һикерҙе лә арбаға менеп тә ултырҙы, барам, атай, барам. Атаһы аҙыҡ+түлек һалынған моҡса йын урынлаштырып, ҡыҙын алдына алды. Йомшаҡ үлән юлдан тилбер генә юрта Бәпес ҡушаматлы аттары. Уның бер алдынан, бер артынан һикергеләп, Аҡбай йүгерә.
Аҡыллы хайуан аттары ла, эттәре лә. Атаһы ифрат ярата, ихлас тәрбиәләй уларҙы. Аттың ипле юртыуына, тәгәрмәстәрҙең күңелле көй сығарып шығырлауына иҙерәп, Гөлсәсәк йоҡомһорап та китә. Атаһы ары-бире дилбегәһен тартып, атын ҡеүәтләгән ыңғайы еңелсә ҡағылыуынан
төпсөкбикә күҙҙәрен аса. Ҡыҙым, ҡара әле, ана, ҡуяның һиңә ҡул болғай, шаян йылмайып, атаһы күҙен ҡыҫа. Ҡыҙ үҙәк буйындағы ике ҡайын араһында хас ысын ҡуянға оҡшаш ағас төмзөгөнә төбәлә. Ошо “ҡуян” ҡыҙҙы гел ҡаршы алып, оҙатып ҡала, атаһы аша “күстәнәс” тә ебәрә. Әллә ҡайҙан алалыр ул тәмле-тәмле күстәнәстәрҙе, аптырай ҡыҙсыҡ.
Сәләм, ҡуянҡай, күстәнәсең тәмле булды, рәхмәт, мин һине яратам, тип ҡысҡырып сәләмләп үтте Гөлсәсәк ҡуянды бөгөн дә. Эх, ҡалай рәхәт атай ҡосағында, йылы. Яланда ҡоштар моңло сутылдаша, сәскәнән сәскәгә сағыу күбәләктәр ҡуна, безелдәп, тегеләй-былай бал ҡорттары оса. Күк йөҙө салт аяҙ, һыңар болот әҫәре лә юҡ. Үҙәк буйлап күтәрелеп, баҫыу аша үтәләр, уңға, урман эсенә боролалар. Атаһы, атын уңайлы урынға туғарып, балтаһын ҡулына ала:
“Ҡыҙым, арбанан төшмә, йәме. Бына ҡайын туҙы, юнысҡылар, шулар менән уйнап тор. Алыҫ китмәйем, Аҡбай һиңә иптәшкә ҡала”, – тип күҙенә текләп ҡойроҡ болғаған этенә ишаралай. “Ярай, атай, иламам да”, – Гөлсәсәк атаһының урманға инеп киткәнен күҙәтеп ҡала. Бына “туҡ” иткән тауыш ишетелә. Атаһы ул, балтаһы менән ағасҡа һуғып ҡарай. Күп тә үтмәй, балта тауышы сәғәт текелдәүен хәтерләтеп яңғырай башлай. Гөлсәсәк атаһының ағасты нисә һуғыу ҙа йығыуын иҫәпләп ултыра. Һанай белә ул, Наилә апаһы һанарға өйрәтте. Киләһе йыл көҙгә мәктәпкә барасаҡ бит инде. Тауыш тынып ҡала. Бер аҙҙан тумыртҡа туҡылдағаны ишетелә. Аратирә бышҡырып, ат тәмләп йәшел үлән утлай. Арба аҫтында ҡолаҡтарын тегеләй-былай йөрөтөп, Аҡбай йоҡомһорай. Гөлсәсәккә күңелһеҙ булып китә, атай, ата-а-а-а-й, тип һөрәнләп ебәрә. Атаһы тауыш бирмәй. Ҡыҙға ҡурҡыныс булып китә.
Әкиәттәге кеүек, әгәр атаһы уны аҙаштырып китһә... Юҡ, юҡ, булмаҫ. Атаһы менән әсәһе уны ярата ла инде. Ҡыҙ үҙен шулай тынысландырырға тырыша. Әкиәттә генә ул Гөлбикәнең әсәһе юҡ. Үгәй әсәһе уны яратмай, урманда аҙаштырырға ҡуша. Был әкиәтте Гөлсәсәк ятлап бөткән.
Ғәтиәт ҡартатаһы уға күп тапҡыр һөйләгәне бар. Улар бер өй аша йәшәй. Иртәнсәк йоҡонан уяныу менән Гөлсәсәк урам яҡ тәҙрәгә күҙ ташлай – ҡапҡа төбөндә ҡартаһы ултырамы, юҡмы. Ултырһа, иң бересе уның янына йүгереп барып, хәл белешеп килә. Ҡартатайҙың күҙҙәре насар күрә. Тыпылдап килгән аяҡ тауышынан Гөлсәсәкте әллә ҡайҙан таный. Төпсөкбикәм килә ята, тип кеҫәһенән кәнфит сығарып бирә. Апайҙарының олоһонан алып, Гөлсәсәккә тиклем исемдәрен ҡабатлап һораша ла, матур исемдәр, үҙем ҡуштым бит тип, кеткелдәп көлгән була.
“Ҡартатай, һаҡалы мең ҡарыш, үҙе бер ҡарыш Иргәйел ҡарт тураһындағы әкиәтеңде һөйлә әле”, – ҡыҙ ҡартатаһына һыйына. “Күпер аҫтынан сыҡһаң, ҡыҙым, һөйләйем”, – тип мут йылмая ҡартатаһы. Ни эшләһен инде ҡыҙ, әкиәт тыңлағыһы килә бит. Йыйылып киткән балалар менән сиратлап күпер аҫтын барлағас, бабайҙың әкиәт йомғағы һүтелә, борон-борон заманда....
Атай, атай!.. Әү, әү, ҡыҙым, мин бында... Атаһының йомшаҡ тауышы алыҫтан ишетелә. Яңғыраубикә лә ҡабатлап, ҡыҙсыҡҡа килтереп еткерә тауышын. Атай, һин, һин мине аҙаштырмайһың бит, эйе бит, Гөлсәсәк йәшле күҙҙәрен мөлдөрәтеп атаһы килгән яҡҡа баға. Юҡ, бәпесем, юҡ, һин бит миңә кәрәкһең, балам.
Тынысланған Гөлсәсәк, кире урынына ултырып, моҡсайҙан әсәһе бешергән тәмле сөсикмәкте алып ҡаба.
Яртыһын ҡойроғон болғап, күҙҙәренә текләгән Аҡбайына бирә. Бер аҙҙан үҙәк буйлап атаһы килеп төшә. Урман эсендә йөрөһә лә ҡыҙын күҙ уңынанысҡындырмай ул, тауыш биреп, ҡараштырып, эшен бөтөрә.
Арбанан моҡсайҙы алып, атаһы ашъяулыҡ йәйә, ашамлыҡтар теҙә. Ҡапҡылап алайыҡ, сыҡҡанһыңдыр, ҡыҙым, төш тә етте, аша+аша, урманда ризыҡ тәмле була ул, тип көрөшкәгә тәмле сәй һалып бирә. Бәпесенең арҡаһынан һөйөп ала. Ашамлыҡты йыяйыҡ та, ҡыҙым, һиңә бер нимә
күрһәтермен тип, күҙ ҡыҫып йылмая. Икмәккә май яғып ашап ҡуйғас, Гөлсәсәк атаһын түҙҙермәй. Теге бер нимәне тиҙерәк күргеһе килә шул. Ҡыҙҙы күтәреп, атаһы үҙәк буйлап үргә атлай. Улар тауҙың иң текә, ташлы, ҡырлы еренә етәләр. Атаһы баҫҡан һайын супырлап аҫҡа ваҡ таштар тәгәрәй. Гөлсәсәк атаһының муйынын һығып ҡосаҡлап, тирәяҡты күҙәтә. Аллы-гөллө ялан сәскәләре ҡояш нурҙарында мең төҫкә инеп емелдәй. Елгә бәүелеп, ап+аҡ ҡылған диңгеҙҙәй улҡынлана. Атаһы ҡыҙҙы ергә баҫтыра һәм соҡорға ымлай. Ә унда, өңдә... күҙҙәре лә асылмаған
Ҡап-ҡара ғына көсөктәр сыйылдаша. Ааааа, ата-а-а-ай, көсөктәр, ҡыҙ өңгә уҡталды, көсөктәрҙең береһен ҡулына алырға самаланы. Ҡыҙым, тейә күрмә, ярамай, балам. Гөлсәсәк аптырап атаһына ҡарай. Был – бүре балалары. Әсәһе кеше тейгәнде һиҙеп ҡалһа, асыуланыр. Эт көсөктөренә
оҡшап торһалар ҙа, улар ҡырағай хайуандар, ҡыҙым. Атаһы ҡыҙының яурынынан ипле генә тотоп хәбәрен теҙҙе. Күрҙеңме, ҡыҙым. Йә, ярай, әйҙә, китә һалайыҡ. Әсәһе аҙыҡ эҙләп киткәндер, йыраҡ түгелдер, хәҙер килеп етер. Беҙҙе күрһә, асыуланыр...
Атаһы төпсөгөн күтәреп, аҫҡа, үҙәккә ашыға. Өңдән байтаҡ аҫтараҡ, аҡланда, еләклеккә тап булдылар. Бер аҙ һутлы, бешкән, ҡып-ҡыҙыл тәмлекәс еләктәрҙе ауыҙ иткәс, арбаға йүнәлделәр. Гөлсәсәк йыйған еләген яулығына һалды. Ҡайтҡас, әсәһе менән ҡәрсәһен һыйлар. Атаһы ла
башлығына еләк йыйған икән, ҡуҙаҡлап йыйғанын ҡыҙға тоттора. Ҡайтҡас, әсәйең бәлеш бешерер,
ҡыҙым, тип Гөлсәсәгенә ҡарап йылмая. Еләк бешкән, тимәк көн аша йөрөйәсәктәр бынан ары. Атаһы бер көн көтөү көтһә, икенсе көнө ял иткәндә гел еләккә йөрөтә уларҙы. Ҙур арбаһына ҡыҙҙарын, ҡатынын ултыртып ала ла яланға алып китә. Шул тиклем күңелле була ул мәлдәр. Аҡлан тулы кеше, бала+сағалар тауышынан тирә-яҡ яңғырап тора. Күнәктәрен тултырып еләк йыялар ҙа, ултырып ҡапҡылап алғас, арба+арба ҡайтырға сығалар. Юлда туҡтап, йәш бесән
сабып арбаға һалалар. Хуш еҫле үләнсәскәләрҙе еҫкәп, аҡ болоттарға ҡарап, ятып ҡайтырға ярата Гөлсәсәк.
Болоттар төрлө ҡиәфәткә инеп, арттан йөҙә: бына ҡолонсаҡ саба, ана тегендәрәк әкрен генә башын эйеп, ташбаҡа китеп барған кеүек...
Һуңғы арала баласаҡ хәтирәләренә йыш бирелә ҡатын. Ҡәрсәһен, атаһын һағынып иҫкә ала. Элек йәшәйеш, тәрбиә башҡасараҡ ине. Ата-әсәләр көнө-төнө эштә булһалар ҙа балаларына иғтибарҙы йыш бүлә, күҙ уңынан ысҡындырмай ине. Хәҙер... иламаһын тип, балаға телефон, планшет тотторалар ҙа, вәссәләм. Бөкөрәйеп, күҙҙәрен, арҡаһын талдырып, экранға инерҙәй булып, бала
сит ил йәнһүрәтен ҡарап кинәнә. Унан ниңә балам русса һөйләшә, туған телен белмәй тип аптырайҙар.
ДДИ, БДИ тип ҡалаға күсеп китәләр, нисәмә өй ана буш ултыра. Унан ялға, каникулға ҡайтып тулалар, урам тултырып русса һөйләшеп. Ҡайҙа булды икән Ғәтиәт ҡартатайҙың әкиәтен тыңларға күпер аҫтынан сыҡҡан балалар? Эсеп ҡоторған бабайҙы әбейенән айырыр өсөн аҡырып илау ҙар?
Илау түгел, юлда йығылып ятҡан кеше эргәһенән да битараф үтеп китеүселәр күбәйҙе бөгөн. Эй-й-й, тормош...
Ҡайҙа табан бара был йәшәйеш? Киләсәктә беҙҙе нимә көтә, ниндәй ҡартлыҡ көтә? Бер Хоҙай белә... Хәйерле генә булһын барыһы ла. Иртә киткән әруахтар яҡшы тормош, оҙон ғүмер теләп, тыныс ятһын.
Төрлө уйҙарға батҡан Гөлсәсәк сәй табыны әҙерләп йөрөгән әсәһен ҡосаҡлап алды. Теремек кенә әле әсәһе, шөкөр. 84 йәштә булыуына ҡарамаҫтан, һаман ҡул эшен ташламай, шәл бәйләй. Ташла инде әсәй, ҡуй, бәйләмә, тиһәләр ҙә, энәһен ҡулынан төшөрмәй. Нимә эшләп буш ултырайым, энәгә күҙҙәр теҙгәндә тәсбих тартҡан һымаҡ бит ул. Бисмиллалар әйтәм, балаларымдың һәр береһенә бәхет, ғүмер һорайым Хоҙайымдан, ти әсәһе. Уның үҙ ғүмерендә әҙерләгән ептәрен, бәйләгән шәлдәрен иҫәпләһәң, ер шарын бер нисә урап сығырға етер ине, моғайын. Биш ҡыҙын
шәлдәр ярҙамында кейендерҙе, уҡытты, кеше иттеләр бит улар аталары менән. Өләсәләре Гөлсәсәктең әсәһен эшкә өйрәтеп үҫтергән, тапҡан-таянғанын һаҡлап, тейешле тотонорға өндәгән. Бөгөн иһә әсәләре балаларына шулай өйрәтә.
“Кеше менән һөйләшер алдынан башта йылмайығыҙ, унан хәл белешегеҙ, шунан ғына матурлап, ипле хәбәр һүтегеҙ, ти ул. Аралашҡан һайын таныштар, дуҫтар күбәйә, шул саҡта йәшәүе лә еңел була. Бер ваҡытта ла кешенән көнләшмәгеҙ. Шунда ғына үҙегеҙҙеке үҙегеҙгә насип булыр. Әйберегеҙҙе кешенән йәлләмәгеҙ. Биргән һайын, икеләтә артып килә ул дәүләт үҙегеҙгә. Булғанына шөкөр итеп, Хоҙайға рәхмәтле булып йәшәгеҙ, балалар. Өс көнлөк донъяла кенә
ҡыумағыҙ, артыҡ мал йыймағыҙ. Теге донъяға киткәндә барыбер үҙегеҙ менән алып китә алмайһығыҙ, барыһы ла бында ҡала”.
Гөлсәсәк әсәһенең аҡыллы һүҙҙәрен тыңларға ярата. Хәҙер үҙе лә кем олоһо, кем кесеһе булған. Балалары үҫеп бөттө, ейәндәр тыуыуын көтәләр. Әсәһенең һөйләгәндәрен ипле генә, урынлы ғына итеп үҙ балаларына, килендәренә еткерергә тырыша. Ысынлап та, был донъяла ҡунаҡ ҡына беҙ. Хоҙай биргән ғәзиз ғүмерҙе лайыҡлы йәшәп, үҙеңдән һуң һағынып иҫләрлек әйберҙәр ҡалдыр
һаң үкенерлек булмаҫ. “Ҡалдырыр әйберең булмаһа – туған телеңде ҡалдыр балаларыңа.
Шунан да оло, ҙур байлыҡ юҡ ул донъяла. Һинең телеңде балаларың, ейәндәрең дауам итә икән, тимәк, ерҙә бушҡа йәшәмәгәнһең”, – тип Гөлсәсәккә һөтләп яһаған сәйле сынаяғын һуҙҙы әсәһе.
Яҡты хәтирәләргә бирелеп, баллап-майлап, тәмләп сәй эсте әсәй менән ҡыҙ.