Бөтә яңылыҡтар
Новости
5 Март 2024, 15:19

Беҙҙең Вадим - абсолют еңеүсе!

Республика инженер лицей-интернатының XI класс уҡыусыһы Вадим Харисов Бөтә Рәсәй олимпидаһында еңеү яуланы.

Беҙҙең Вадим - абсолют еңеүсе!
Беҙҙең Вадим - абсолют еңеүсе!
“Менделеев вариҫтары” тип аталған химия буйынса ярыш Татарстанда үтте. Республика инженер лицей-интернаты уҡыусыһы Вадим Харисов иң күп мәрәй йыйҙы һәм абсолют еңеүсе булды. Яҡташыбыҙға статуэтка һәм 100 мең һум аҡса тапшырылды.

Вадим Харисов былтыр Цюрихта Халыҡ-ара химия олимпиадаһында алтын миҙалға лайыҡ булды, шулай уҡ Ҡаҙағстанда Халыҡ-ара Менделеев олимпиадаһында еңеү яуланы.
Ҡотлайбыҙ, афарин!
 
Автор: Альфия Янтурина
Читайте нас