Бөтә яңылыҡтар
Новости
15 Март 2024, 09:00

“БАШҠОРТ ТЕЛЕ ҺӘМ ӘҘӘБИӘТЕ ЙЫЛ УҠЫТЫУСЫЛАРЫ МЕНӘН ПРЕСС-КОНФЕРЕНЦИЯ”

2024 йылдың 22 мартында “Башҡорт теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы – 2024” регион-ара конкурсының “БАШҠОРТ ТЕЛЕ ҺӘМ ӘҘӘБИӘТЕ ЙЫЛ УҠЫТЫУСЫЛАРЫ МЕНӘН ПРЕСС-КОНФЕРЕНЦИЯ” этабы үтәсәк.

“БАШҠОРТ ТЕЛЕ ҺӘМ ӘҘӘБИӘТЕ ЙЫЛ УҠЫТЫУСЫЛАРЫ МЕНӘН ПРЕСС-КОНФЕРЕНЦИЯ”
“БАШҠОРТ ТЕЛЕ ҺӘМ ӘҘӘБИӘТЕ ЙЫЛ УҠЫТЫУСЫЛАРЫ МЕНӘН ПРЕСС-КОНФЕРЕНЦИЯ”

Конкурстың ойоштороу комитеты пресс-конференция сиктәрендә “Башҡорт теле уҡытыусыһына һорау бир!” акцияһын иғлан итә.

Башҡорт теленә, мәҙәниәтенә, тарихына, тәрбиә һәм белем биреү мәсьәләләренә бәйле һорауҙарҙы һәр кем: уҡыусы, уҡытыусы, ата-әсәләр, журналистар, дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәрҙәре – кемдәр теләй, барыһы ла бирә ала!!!

Бының өсөн һорауығыҙҙы видеоға яҙҙырыуығыҙ һәм [email protected] электрон почтаһына ебәреүегеҙ һорала.

Иң ҡыҙыҡлы һәм көнүҙәк һорауҙар “Башҡорт теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусылары менән пресс-конференция”ла яңғыраясаҡ.

#ЗадайВопросУчителюБашкирскогоЯзыка

Сығанаҡ: МИЛЛИ МӘҒАРИФ БУЙЫНСА РЕСУРС ҮҘӘГЕ

Автор:Альфия Янтурина
Читайте нас: