+14 °С
Ясно
Билдәле булыуынса, ул профессиональ музыкант: урта махсус музыка мәктәбен һәм Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институтын тамамлаған. Программала Әминә Ивний ҡыҙы республиканың дәүләт академия оркестры менән берлектә Ференц Листың оркестр менән фортепиано өсөн беренсе концертын уйнаясаҡ. Шулай уҡ концертта Башҡортостандың халыҡ артисы Артур Нәзиуллиндың, Башҡортостандың халыҡ, Рәсәйҙең атҡаҙанған артисы Асҡар Адбразаҡовтың да сығыш яһауы көтөлә.
Концертты онлайн-трансляция аша ла ҡарарға ла мөмкин буласаҡ.